bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Hosea 5
Hosea 5
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,
2
Шиттимдә тәрән соҡор ҡаҙҙығыҙ – Шуға күрә Мин һеҙгә яза булырмын.
3
Әфраимды беләм Мин, Исраил Минең өсөн сер түгел; Һин фәхешлек итәһең, Әфраим, Исраил нәжесләнде.
4
Ҡылған ғәмәлдәре уларға үҙ Аллаһына ҡайтырға бирмәй, сөнки фәхешлек рухы уларҙың эсенә инеп оялаған, Раббыны улар бар тип тә белмәй.
5
Ләкин Исраилдың һауалылығы уға ҡаршы шаһит булыр: Исраил менән Әфраим үҙ намыҫһыҙлығынан һөрөнөр, Йәһүҙә лә улар менән бергә абынып йығылыр.
6
Эре һәм ваҡ малдарын ҡыуалап, Раббыны эҙләп килерҙәр, ләкин таба алмаҫтар, сөнки Раббы уларҙы ташланы.
7
Сит ҡатындарҙан бала таптырып, улар Раббыға хыянат итте. Хәҙер, Яңы ай байрамы булғанда, улар баҫыуҙары менән бергә һәләк булыр.
8
Гивғала – мөгөҙ, Рамала борғо ҡысҡыртығыҙ, Бейт-Ауенда һөрән һалығыҙ: „Һинең артыңдан килдек, Бинйәмин!“
9
Әфраим яза көнөндә бушлыҡҡа әйләнәсәк – был дөрөҫ хәбәрҙе Мин Исраил ырыуҙары араһында тараттым.
10
Йәһүҙә башлыҡтары ыҙан таштарын күсергән әҙәмгә тиң – улар өҫтөнә, һыу шикелле, асыуымды яуҙырам.
11
Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне.
12
Мин – Әфраим өсөн бер көйә, Йәһүҙә йорто өсөн үңәҙ шикелле.
13
Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.
14
Сөнки Мин Әфраимға – арыҫлан, Йәһүҙә йортона йәш арыҫлан булам; Мин, Мин уларҙы киҫәктәргә өҙгөсләйем, Һөйрәкләгән сағымда ҡотҡарыусы табылмаҫ.
15
Шунан китәм, Үҙемдең урыныма ҡайтам – Ғәйептәрен танығансы, Хәсрәткә батып Мине эҙләргә, Ихласлап эҙләргә тотонғансы».
← Chapter 4
Chapter 6 →