bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Esther 7
Esther 7
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Батша менән Һаман йәнә Эстер батшабикәнең табынына килде.
2
Әүәлге көндәгесә, шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар, Эстер батшабикә? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине.
3
Эстер батшабикә былай тип яуапланы: – Әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш килһәм, эй батшам, әгәр ҙә батша рәхим итеп минең үтенесемде үтәр булһа, минең ғүмеремде һаҡлаһын – бына мин унан нимә һорайым. Минең халҡымды һаҡлаһын – бына мин нимә хаҡында ялбарам.
4
Сөнки һатылғанбыҙ беҙ – мин дә, минең халҡым да – ҡырылыуға, юҡ ителеүгә, һәләкәткә дусар ителгәнбеҙ! Әгәр ҙә беҙҙе ҡоллоҡҡа һатһалар, ҡол һәм ҡолиәләр итһәләр – ауыҙ ҙа асмаҫ инем, бындай аҙап өсөн батшаны борсоуҙы кәрәк тип тапмаҫ инем.
5
Ахашверош батша Эстер батшабикәнән: – Быны эшләргә батырсылығы еткән кем ул? Ҡайҙа ул? – тип һораша башланы.
6
Эстер: – Беҙҙе күрә алмаған яуыз дошманыбыҙ – ошо бәдбәхет Һаман ул! – тип яуап ҡайтарҙы. Батша менән батшабикә алдында Һамандың ҡото алынды.
7
Батша ярһып табындан тороп китте лә һарай баҡсаһына сыҡты, ә Һаман, Эстер батшабикәнән ғүмерен өҙмәүен ялбарыр өсөн, эстә ҡалды: ул батшаның ҡәтғи ҡарарға килгәнен аңлағайны.
8
Батша баҡсанан табын янына әйләнеп инеүгә, Һамандың Эстерҙың диванына йөҙө менән ҡапланған булыуын күрҙе. Батша: – Етмәһә, минең күҙ алдымда, минең йортомда батшабикәгә ҡағылырға итәһеңме? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Батшаның әйтеүе булды – Һамандың йөҙөн ҡапланылар.
9
Батшаға хеҙмәт иткән алашарҙарҙың береһе Харвона: – Ана унда, Һамандың өйө эргәһендә, илле терһәк бейеклегендәге дар ағасы тора. Быны Һаман, батшаны иҫкәртеп, ғүмерен һаҡлап ҡалған Мордехайҙы аҫып ҡуйыр өсөн әҙерләткән, – тине. Батша: – Шунда үҙен аҫып ҡуйығыҙ! – тип бойорҙо.
10
Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.
← Chapter 6
Chapter 8 →