bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Esther 6
Esther 6
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ул төндө батша оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Ул батшалыҡтағы иҫтәлекле ваҡиғалар теркәлгән йылъяҙмалар китабын килтертеп, ҡысҡырып уҡырға бойорҙо.
2
Унда Мордехайҙың Ахашверош батшаны үлтерергә ниәтләгән теге ике алашарҙы – ишек һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән Бигҫан менән Терешты – фашлағаны хаҡында ла яҙылғайны.
3
Батша: – Бының өсөн Мордехайға ниндәй хөрмәт күрһәтелде, уны берәй төрлө ҙурланылармы? – тип һораны. Батша хеҙмәтендә тороусылар уға: – Юҡ, уға бер нәмә лә эшләнмәне, – тип яуап бирҙе.
4
Батша: – Ишек алдында кем бар? – тип һораны. Был ваҡытта Һаман батша һарайының эске ихатаһына үҙе әҙерләткән дар ағасына Мордехайҙы аҫтырыу тураһында батша менән һөйләшергә килгәйне.
5
Хеҙмәтселәр батшаға: – Ишек алдында Һаман тора, – тип яуапланы. Батша: – Бында керһен, – тине.
6
Һаман ингәс, батша унан: – Хөрмәт күрһәтергә теләгән кешеһе өсөн батша нимә эшләй ала? – тип һораны. Һаман: «Батша минән башҡа кемгә хөрмәт күрһәтергә теләһен?» – тип уйланы.
7
Батшаға яуап итеп ул: – Батша хөрмәт күрһәтергә теләй икән, әйҙә былай ителһен:
8
батша үҙе кейә торған кейем, батша менеп йөрөй торған һәм башына батша тамғаһы беркетелгән ат килтерелһен.
9
Был кейем һәм ат батшаның иң затлы түрәләренең берәүһенә бирелһен. Ә ул был кейемде батша хөрмәт күрһәтергә теләгән теге кешегә кейҙерһен, атҡа атландырһын да атты ҡала майҙаны буйлап йөрөтһөн, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» тип һөрәнләһен, – тине.
10
Батша Һаманға: – Тиҙ генә үҙең әйткән кейем менән атты ал да батша ҡапҡаһы төбөндә ултырған йәһүд Мордехай өсөн шуларҙың бөтәһен дә эшлә. Барыһын да үҙең әйткәнсә эшлә, береһен дә ҡалдырма, – тине.
11
Һаман кейем менән атты алып, Мордехайҙы кейендерҙе лә, уны атҡа атландырып, ҡала майҙаны буйлап йөрөттө, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» – тип һөрәнләне.
12
Мордехай аҙаҡтан батша ҡапҡаһы төбөнә әйләнеп килде, ә Һаман, оятынан башын ҡаплап, өйөнә ашыҡты.
13
Ул ҡатыны Зерешҡа һәм барлыҡ дуҫтарына үҙе менән ни булғанын һөйләп бирҙе. Аҡыл биреүсе дуҫтары менән ҡатыны Зереш уға: – Әгәр ҙә һинең түбән тәгәрәүеңә сәбәп булған Мордехай йәһүдтәр затынан икән, һинең уға ҡаршы торорға көсөң етмәҫ, еңелерһең, – тинеләр.
14
Улар шулай һөйләшеп тә бөтмәне, батша алашарҙары Һаманды ҡабаландырып Эстер ойошторған табынға алып китте.
← Chapter 5
Chapter 7 →