bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
1 Chronicles 25
1 Chronicles 25
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыт ғәскәр башлыҡтары менән бергә Асаф, Һеман һәм Йедуҫун улдарын махсус хеҙмәткә айырып ала: улар, арфала һәм лирала уйнап һәм тәрилкә һуғып, пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Был хеҙмәткә түбәндәгеләр тәғәйенләнә.
2
Асаф улдарынан: Заккур, Йософ, Нетанъяһ һәм Асарела. Улар аталарының етәкселеге аҫтында була. Асаф батша бойороғо буйынса пәйғәмбәрлек итергә тейеш була.
3
Йедуҫундан: Йедуҫундың алты улы – Гедалъяһ, Сери, Йешағъяһ, Шимғи, Хашавъяһ, Маттиҫъяһ. Аталары Йедуҫун уларҙың етәксеһе була, арфала уйнап пәйғәмбәрлек итә һәм Раббыға шөкөрана ҡылып маҡтау яуҙыра.
4
Һемандан: Һемандың улдары Буккияһ, Маттанъяһ, Ғуззиил, Шевуил, Йеримоҫ, Хананъяһ, Ханани, Әлиаҫа, Гиддалти, Ромамти-Әзәр, Йошбеҡаша, Маллоҫи, Һоҫир һәм Махазиоҫ.
5
Был балалар барыһы ла Алланың батша әүлиәһе Һеманға, данлы итермен, тигән вәғәҙәһе буйынса бирелгән була. Алла Һеманға ун дүрт ул һәм өс ҡыҙ насип итә.
6
Улар барыһы ла аталарының етәкселеге аҫтында тәрилкә һуғып, лира һәм арфаларҙа уйнап, йырлап, Раббы йортонда хеҙмәт итә. Асаф, Йедуҫун, Һеман батшаға буйһона.
7
Раббы алдында йырларға өйрәтелеп, был һөнәрҙең оҫталары булғандар ағай-энеләре менән бергә һәммәһе ике йөҙ һикһән һигеҙ кеше була.
8
Улар, йәрәбә һалып, хеҙмәт итеү сиратын билдәләй. Йәрәбә һалғанда олоһо-кесеһе, остаздары һәм өйрәнсектәре тиң була.
9
Беренсе йәрәбә – Асаф нәҫеленән Йософҡа, икенсеһе ағай-энеһе һәм улдары менән Гедалъяһҡа сыға. Улар ун ике кеше була.
10
Өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Заккурға төшә, улар – ун ике.
11
Дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Исригә – улар ун ике.
12
Бишенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Нетанъяһҡа – улар ун ике.
13
Алтынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Буккияһҡа – улар ун ике.
14
Етенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йесарела – улар ун ике.
15
Һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йешағъяһҡа – улар ун ике.
16
Туғыҙынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Маттанъяһҡа – улар ун ике.
17
Унынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Шимғигә – улар ун ике.
18
Ун беренсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Ғазарилға – улар ун ике.
19
Ун икенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хашавъяһҡа – улар ун ике.
20
Ун өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Шуваилға – улар ун ике.
21
Ун дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Маттиҫъяһҡа – улар ун ике.
22
Ун бишенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йәремоҫҡа – улар ун ике.
23
Ун алтынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Хананъяһҡа – улар ун ике.
24
Ун етенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йошбеҡашаға – улар ун ике.
25
Ун һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хананиға – улар ун ике.
26
Ун туғыҙынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Маллоҫиға – улар ун ике.
27
Егерменсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Әлиаҫаға – улар ун ике.
28
Егерме беренсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Һоҫирға – улар ун ике.
29
Егерме икенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Гиддалтиға – улар ун ике.
30
Егерме өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Махазиоҫҡа – улар ун ике.
31
Егерме дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Ромамти-Әзәргә – улар ун ике.
← Chapter 24
Chapter 26 →