bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
1 Chronicles 24
1 Chronicles 24
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Һарун нәҫеле түбәндәгесә бүленә. Һарун улдары: Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар.
2
Надав менән Авиһу аталарынан алда донъя ҡуя, улдары булмай, шунлыҡтан ҡаһинлыҡты Әлғазар менән Иҫамар алып бара.
3
Дауыт Әлғазар нәҫеленән Садоҡ һәм Иҫамар нәҫеленән Ахимәләх ярҙамында Һарун нәҫелен вазифаларына күрә төркөмдәргә бүлә.
4
Әммә, Әлғазар улдары араһында нәҫел башлыҡтары Иҫамар улдары араһындағыға ҡарағанда күберәк булған өсөн, Әлғазар нәҫеле – ун алты, ә Иҫамар улдары – һигеҙ төркөмгә бүленә.
5
Улар бөтәһе лә бер төрлө, йәрәбә буйынса бүленә, сөнки Әлғазар нәҫелендә лә, Иҫамар нәҫелендә лә Изге торлаҡтағы башлыҡтар һәм Алла тәғәйенләгән башлыҡтар була.
6
Уларҙы батшаның, түрәләрҙең һәм ҡаһин Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләхтең, ҡаһин һәм Леви ырыуы башлыҡтарының күҙе алдында левиҙәрҙән булған кәтип Неҫанил улы Шемағъяһ теркәй бара: бер ғаиләне – Әлғазар нәҫеленән, икенсеһен Иҫамар нәҫеленән алалар.
7
Беренсе йәрәбә – Йеһояривҡа, икенсеһе – Йедағъяһҡа,
8
өсөнсөһө – Харимға, дүртенсеһе – Сеғоримға,
9
бишенсеһе – Малкияһҡа, алтынсыһы – Миямингә,
10
етенсеһе – Һаҡҡосҡа, һигеҙенсеһе – Авияһҡа,
11
туғыҙынсыһы – Йешуағҡа, унынсыһы – Шеханъяһҡа,
12
ун беренсеһе – Әлйәшивкә, ун икенсеһе – Яҡимға,
13
ун өсөнсөһө – Хуппаға, ун дүртенсеһе – Йәшәвавҡа,
14
ун бишенсеһе – Билгаға, ун алтынсыһы – Иммергә,
15
ун етенсеһе – Хезиргә, ун һигеҙенсеһе – Һапписсесҡа,
16
ун туғыҙынсыһы – Пеҫахъяһҡа, егерменсеһе – Йехезҡилға,
17
егерме беренсеһе – Яхинға, егерме икенсеһе – Гамулға,
18
егерме өсөнсөһө – Делаяһҡа, егерме дүртенсе Мағазъяһҡа төшә.
19
Исраил Аллаһы Раббы бойорғанса, бабалары Һарун биргән күрһәтмәләргә ярашлы, Раббы йортона хеҙмәткә килеү тәртибе ошолай була.
20
Левиҙең ҡалған вариҫтары түбәндәгеләр. Ғамрам улдарынан: Шуваил; Шуваил улдарынан: Йәхдейәһ.
21
Рехавъяһтан: Рехавъяһ улдарынан Йишшияһ беренсе була.
22
Исһарҙан: Шеломоҫ; Шеломоҫ улдарынан: Яхаҫ.
23
Хеврон улдары: беренсе – Йерияһ, икенсе – Амаръяһ, өсөнсө – Яхазиил, дүртенсе – Йеҡамғам.
24
Ғуззиил улы: Миха; Миха улдарынан: Шамир.
25
Миханың туғаны Йишшияһ; Йишшияһ улдарынан: Зәкәрьяһ.
26
Мерари улдары: Махли менән Муши – улар Мерари улы Яғазияһтың улдары.
27
Мерари тоҡомонан Яғазияһтың башҡа улдары: Шоһам, Заккур һәм Ғиври.
28
Махлиҙыҡы – Әлғазар; уның улдары булмай.
29
Ҡиштан: Ҡиш улы – Йерахмеил.
30
Муши тоҡомо – Махли, Ғедәр, Йеримоҫ. Былар – ғаиләләре буйынса һаналған левиҙәр.
31
Һарун нәҫеленән булған ағай-энеләре кеүек Дауыт батша, Садоҡ, Ахимәләх, ҡаһин һәм Леви нәҫелдәре башлыҡтары алдында эре нәҫелдәр менән вағыраҡ нәҫелдәр типә-тиң тороп йәрәбә һалыша.
← Chapter 23
Chapter 25 →