Romans 4:16 — Compare Translations
2 translations compared side by side
| Translation | Text |
|---|---|
| Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча | [16-17] Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», — тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә — ата. |
| Bashkir 2023 (Изге Яҙма) | Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәтле бүләк булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә: ҡанундың үтәлеүенә өмөт бағлаусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иманлы булғандар өсөн дә ышаныслы. Изге Яҙмала: «Һине күп халыҡтарҙың атаһы иттем», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим – барыбыҙға ла ата. Ул үҙе ышанған Алла, үлеләрҙе терелткән, булмағанды бар ҡылған Алла алдында бөтәбеҙ өсөн дә ата. |