Romans 4:11 — Compare Translations

2 translations compared side by side

TranslationText
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән хаҡ һаналыуҙы раҫлаусы билдә булды. Шуға ла ул сөннәтләнмәгән көйөнсә иман тотоп, хаҡ һаналыусы бөтөн кешеләрҙең рухи атаһы булды.
Bashkir 2023 (Изге Яҙма) Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән тәҡүәлеккә һаналыуҙы раҫлаған билдә булды. Шуға ла ул сөннәтһеҙ килеш иман итеп тәҡүә һаналған бөтә кешеләрҙең рухи атаһы булды.