Romans 16:23 — Compare Translations

2 translations compared side by side

TranslationText
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча [23-24] Мине өйөндә һәр саҡ ихлас ҡабул иткән һәм уның йортонда йыйылған имандаштарҙың барыһы өсөн дә ишеге асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Ераст, имандашыбыҙ Кварт һеҙгә сәләм ебәрә. Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр — боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде. Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин.
Bashkir 2023 (Изге Яҙма) Минең һәм бөтә имандаштар берҙәмлеге өсөн өйөнөң ишеге һәр саҡ асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Әрәстос, имандашыбыҙ Ҡыуартос һеҙгә сәләм ебәрә.