Mark 1:43 — Compare Translations

2 translations compared side by side

TranslationText
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча [43-44] Ғайса уны шунда уҡ янынан оҙатып: — Ҡара уны, бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмә, — тип киҫәтте. — Руханиға барып күрен дә, һауығыуың өсөн Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.
Bashkir 2023 (Изге Яҙма) Ғайса уны: – Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр, – тип уны ҡайтарып ебәрҙе.