Luke 9:30 — Compare Translations
2 translations compared side by side
| Translation | Text |
|---|---|
| Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча | [30-31] Ҡапыл күк балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башлаған. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр булған. Улар Иерусалимда ғәмәлгә ашырылырға тейеш булған Ғайсаның донъянан китеүе тураһында һөйләшкәндәр. |
| Bashkir 2023 (Изге Яҙма) | Ҡапыл шөһрәт балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башланы. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр ине. Улар Ғайсаның донъянан китәсәге һәм был эштең Йәрүсәлимдә ғәмәлгә ашырылырға тейешлеге хаҡында һөйләште. |