Jeremiah 33:10 — Compare Translations
1 translations compared side by side
| Translation | Text |
|---|---|
| Bashkir 2023 (Изге Яҙма) | Раббы былай ти: – Был урын тураһында һеҙ: «Ул буш, унда кеше лә, януар ҙа юҡ», тип әйтәһегеҙ. Әммә ташланған, кешеләрһеҙ һәм мал-тыуарһыҙ ҡалған Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында яңынан шатлыҡ ауаздары, кәләш менән кейәү тауыштары, Раббы йортона йырлай-йырлай шөкөр саҙаҡаһы килтереүселәрҙең: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһына шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» – тигән һүҙҙәре яңғырап торор. Сөнки был урынға әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарырмын һәм бөтәһе лә элеккесә булыр, – ти Раббы. |