Hebrews 8:10 — Compare Translations

2 translations compared side by side

TranslationText
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча Израиль халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү ошо: Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һаласаҡмын, күңелдәренә яҙып ҡуясаҡмын. Мин — уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым буласаҡ.
Bashkir 2023 (Изге Яҙма) Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.