Acts 2:14 — Compare Translations

2 translations compared side by side

TranslationText
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча Петр иһә ун бер илсеһе менән бергә тороп баҫты ла ҡысҡырып һөйләй башланы. — Йәһүд халҡы һәм Иерусалимда йәшәгән барлыҡ кешеләр! Мин һеҙгә бының ни икәнен аңлатып бирермен. Һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, — тине ул халыҡҡа. —
Bashkir 2023 (Изге Яҙма) Петрус иһә ун бер илсе менән бергә тороп баҫты ла көслө тауыш менән һөйләй башланы. – Йәһүд халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән барлыҡ кешеләр! Аңлайышлы булһын өсөн, барыһын да һеҙгә аңлатам, һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, – тине ул халыҡҡа. –