2 Kings 8:6 — Compare Translations
1 translations compared side by side
| Translation | Text |
|---|---|
| Bashkir 2023 (Изге Яҙма) | Батша ҡатындан һораша башланы. Ҡатын барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша һарай әһелдәренең береһен саҡырып, ҡатындың эштәрен яйға һалыуҙы хәстәрләргә ҡушты. – Был ҡатындың бар мөлкәтен һәм ул илдән сығып киткәндән алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр уның ере биргән уңышты ҡайтарып бирһендәр, – тип бойорҙо. |