bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Matthew 7
Matthew 7
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ,
2
сөнки ниндәй хөкөм менән хөкөм итһәгеҙ, һеҙ ҙә шулай хөкөм ителерһегеҙ; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.
3
Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың?
4
Үҙ күҙеңдә бүрәнә булғанда, туғаныңа: «Күҙеңдәге сүпте алайым әле», — тип нисек әйтә алаһың?
5
Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.
6
Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ. Улар ул ынйыларҙы аяҡтары менән тапар.
7
Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ — һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ — һәм һеҙгә асырҙар.
8
Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.
9
Арағыҙҙан кемегеҙ икмәк һораған улына таш тотторор?
10
Йәки ул балыҡ һорағанда, ҡайһығыҙ йылан бирер?
11
Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата яҡшы нәмәләр бирәсәк.
12
Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул.
13
Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде.
14
Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.
15
Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.
16
Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән йөҙөм, шайтан таяғынан инжир йыялармы ни?
17
Бына шулай, һәр яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә һәр насар ағас насар емеш бирә.
18
Яҡшы ағас насар емеш бирә алмай һәм насар ағас яҡшы емеш бирә алмай.
19
Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар.
20
Шулай итеп, ялған пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ.
21
Күктәр Батшалығына: «Хужам! Хужам!» — тип Миңә әйткән һәр кем түгел, ә Күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк.
22
Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хужам! Хужам! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» — тип әйтерҙәр.
23
Ана шул ваҡытта Мин уларға: «Мин һеҙҙе бер ҡасан да белмәнем, китегеҙ янымдан, яуызлыҡ ҡылыусылар!» — тиермен.
24
Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.
25
Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған, әммә ул емерелмәгән. Сөнки ул йорт таш нигеҙ өҫтөнә һалынған булған.
26
Ә инде был һүҙҙәремде ишетеп тә, уларҙы үтәмәгән һәр кем үҙенең йортон ҡом өҫтөнә төҙөгән аҡылһыҙ кешегә оҡшар.
27
Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән.
28
Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәтеүенә хайран ҡалды.
29
Ул бит уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.
← Chapter 6
Chapter 8 →