bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Matthew 3
Matthew 3
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы Яхъя килде.
2
— Тәүбә итегеҙ, — тине ул вәғәзендә. — Күктәр Батшалығы яҡынлашты.
3
Ишағыя пәйғәмбәр: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ“», — тип Яхъя тураһында әйткәйне.
4
Яхъяның кейеме дөйә йөнөнән булып, биленә тиренән ҡайыш быуған ине. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды.
5
Уның янына Иерусалим халҡы һәм бөтә Йәһүҙиә менән Иордан буйы төбәгендә йәшәүселәр килеп йөрөнө.
6
Килеүселәр үҙҙәренең гонаһтарын таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.
7
Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине: — Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте?
8
Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ!
9
«Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим », — тип эстән генә уйлайһы булмағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар яралта ала.
10
Балта ағастар төбөндә ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.
11
Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.
12
Ҡулында — елгәргес көрәк. Ул, ашлыҡты ырҙында елгәреп, бойҙайын бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.
13
Шул мәлдә Ғайса, Яхъя тарафынан һыуға сумдырылыу өсөн, Галилеянан Иордан йылғаһына килде.
14
Яхъя иһә: — Һыуға мине Үҙең сумдырырға тейешһең, ә Һин миңә килгәнһең, — тип Уны туҡтатырға тырышты.
15
— Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алла хаҡлығының бөтә талаптарын үтәргә тейешбеҙ, — тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды.
16
Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күктәр асылып китте лә, Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе.
17
Күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» — тигән тауыш ишетелде.
← Chapter 2
Chapter 4 →