bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Mark 16
Mark 16
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм Саломия, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды.
2
Аҙнаның беренсе көнөндә иртән иртүк, ҡояш сығыу менән улар ҡәбер янына килде.
3
Юлда бер-береһенә: — Ҡәбер ауыҙына терәп ҡуйылған ташты беҙгә кем шылдырып бирер икән? — тиештеләр.
4
Килеп еткәс ҡараһалар — таш ситкә ауҙарылғайны. Ә ул таш бик ҙур ине.
5
Ҡәбер эсенә инеү менән, уң яҡта ултырған аҡ кейемле бер егетте күреп, ҡоттары осто.
6
— Ҡурҡмағыҙ! — тине егет уларға. — Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын.
7
Һеҙ барып Уның шәкерттәренә һәм Петрға: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», — тип әйтегеҙ.
8
Ҡатындар, ҡәбер эсенән сыҡҡас, аптырауҙан ҡалтырана-ҡалтырана тороп йүгерҙеләр, бер кемгә бер ни әйтмәнеләр, сөнки улар бик ныҡ ҡурҡҡайны.
9
Аҙнаның беренсе көнөндә, иртән иртүк, үленән терелеп торғас, Ғайса иң тәүҙә магдалалы Мәрйәмгә күренде. Ул был ҡатындың эсенән ете енде ҡыуып сығарғайны.
10
Мәрйәм Ғайсаны күреүе тураһында элек Уның менән бергә булғандарға хәбәр итте. Улар, хәсрәткә төшөп, илай инеләр,
11
Ғайсаның иҫән булыуын һәм Мәрйәмдең Уны күреүен ишетһәләр ҙә, ышанманылар.
12
Бынан һуң шәкерттәрҙең икеһенә, ауылға китеп барғандарында, Ғайса башҡа ҡиәфәттә күренде.
13
Улар, ҡайтҡас, был турала бүтәндәргә хәбәр итте, ләкин уларға ла ышанманылар.
14
Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, күңелдәренең ҡаты булғаны өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанманы.
15
Ғайса уларға: — Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.
16
Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмаған иһә хөкөм ителәсәк.
17
Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер,
18
ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарарын күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.
19
Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.
20
Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.
← Chapter 15