bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Acts 27
Acts 27
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Беҙҙе Италияға оҙатырға ҡарар ҡылынғас, Павелды һәм тағы бер нисә тотҡондо император полкының Юлий атлы йөҙбашына тапшырҙылар.
2
Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамит ҡалаһынан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Фессалоника ҡалаһында йәшәүсе македон Аристарх та бар ине.
3
Икенсе көндө Сидон ҡалаһына килеп еттек. Юлий, Павелға кешелеклелек күрһәтеп, уға дуҫтары янына барырға һәм уларҙың хәстәрлегенән файҙаланырға рөхсәт итте.
4
Сидондан беҙ тағы диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм, ел ҡаршы булғанлыҡтан, Кипрҙың елдән ышыҡ яғына табан йөҙөп киттек.
5
Киликия һәм Памфилия ярҙары буйлап диңгеҙҙе кистек һәм Ликия өлкәһендәге Миры ҡалаһына барып еттек.
6
Мирыла йөҙбашы Искәндәриәнән килгән һәм Италияға китәсәк карапты табып, беҙҙе шунда ултыртты.
7
Беҙ, әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, ауырлыҡ менән Книд ҡалаһы тапҡырына килеп еттек. Көслө ел арҡаһында был йүнәлештә барыу мөмкин булмағанға күрә, Салмона моронон уҙып, Криттың елдән ышыҡ яғына йүнәлдек.
8
Ҡыйынлыҡ менән яр буйлап йөҙөп, Яҡшы гавандәр тигән урынға килдек. Унан йыраҡ түгел ерҙә Ласея ҡалаһы урынлашҡайны.
9
Байтаҡ ваҡыт үтте. Ураҙа көнө лә уҙып китте һәм, диңгеҙ буйлап юлды дауам итеү хәүефле булғанлыҡтан, Павел шундай кәңәш бирҙе:
10
— Әфәнделәр! Хәҙер диңгеҙҙә булыу йөк һәм карап өсөн генә түгел, ә үҙебеҙ өсөн дә ҡурҡыныс буласағын һәм ҙур зыян килтерәсәген күрәм.
11
Ләкин йөҙбашы Павелдың кәңәшенә ҡарағанда ҡойроҡ тотоусының һәм карап хужаһының һүҙенә күберәк ҡолаҡ һалды.
12
Гавань ҡыш үткәрергә яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Финик гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.
13
Көньяҡ еле иҫә башлағас, улар, инде теләгебеҙгә өлгәштек тип уйлап, якорь күтәрҙе, һәм беҙ Крит ярын яғалап йөҙөп киттек.
14
Әммә күп тә үтмәне, төньяҡ-көнбайыш еле тип аталған бик көслө ел ҡупты.
15
Ул беҙҙең карапты эләктереп үҙ ыңғайына йөҙҙөрөп алып китте. Карап елгә ҡаршы тора алманы.
16
Клавда тигән кескәй генә утрауҙың елдән ышыҡ яғына килеп сығып, ҡыйынлыҡ менән генә ҡотҡарыу кәмәһен урынлаштырып ҡуя алдыҡ.
17
Уны палубаға күтәргәс, арҡандарҙы карап аҫтынан үткәреп, карапты бәйләп ҡуйҙылар. Сирт тип аталған һай ергә ултырыуҙан ҡурҡып, елкәнде төшөрҙөләр һәм шул хәлдә диңгеҙ буйлап йөҙөп йөрөнөк.
18
Һаман көслө дауыл булғанлыҡтан, икенсе көндө йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланылар.
19
Ә өсөнсө көндө үҙ ҡулдары менән диңгеҙгә карап йыһаздарын ырғыттылар.
20
Күп көндәр ҡояш та, йондоҙҙар ҙа күренмәгәс, көслө дауыл һаман дауам иткәс, ҡотолоуға бөтә өмөтөбөҙ юғалды.
21
Караптағы кешеләр байтаҡтан бирле бер ни ҙә ашамағайны. Павел улар араһына тороп баҫып: — Әфәнделәр! Минең һүҙемде тыңларға һәм Криттан ҡуҙғалмаҫҡа кәрәк ине. Шулай иткән булһаҡ, был ҡыйынлыҡтар ҙа, юғалтыуҙар ҙа тыумаған булыр ине.
22
Ә хәҙер минең һеҙгә кәңәшем шундай: күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, сөнки берегеҙ ҙә һәләк булмаясаҡ, карапты ғына юғалтасаҡһығыҙ, — тине. —
23
Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде.
24
Ул: «Ҡурҡма, Павел! Һин ҡайсар алдында булырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», — тине.
25
Бына шуға ла, әфәнделәр, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, мин Аллаға инанам, барыһы ла миңә әйткәнсә буласаҡ.
26
Беҙ ниндәйҙер утрауға барып сығасаҡбыҙ, — тине Павел.
27
Адриатика диңгеҙендә йөҙөп йөрөгәндә, ун дүртенсе төндөң урталары еткәс, диңгеҙселәр ҡоро ергә яҡынлашыуыбыҙҙы һиҙә башланы.
28
Улар тәрәнлекте үлсәне — егерме сажин, ә арыраҡта ун биш сажин самаһы ине.
29
Ташлы урынға барып бәрелеүҙән ҡурҡып, караптың ҡойроҡ яғынан дүрт якорь төшөрҙөләр һәм тиҙерәк көн тыуыуын теләп доға ҡылдылар.
30
Диңгеҙселәр, караптан ҡасырға теләп, морон тарафынан якорь төшөрөргә уйлайбыҙ, тигән һылтау менән диңгеҙгә кәмә төшөргәс,
31
Павел йөҙбашыға һәм ғәскәриҙәргә: — Улар карапта ҡалмаһа, һеҙ ҡотола алмаясаҡһығыҙ, — тине.
32
Шунан һуң ғәскәриҙәр кәмә бауҙарын сабып өҙҙө, кәмә һыуға төшөп китте.
33
Көн тыуыр алдынан Павел һәммәһен ризыҡ ашарға ҡыҫтаны. — Һеҙ бөгөн ун дүртенсе көн инде ҡазанан ҡотолоу көтәһегеҙ һәм һис ни ашамайһығыҙ.
34
Шунлыҡтан мин һеҙҙең ашауығыҙҙы үтенәм: был һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн зарур. Берегеҙҙең дә башынан бер генә бөртөк тә сәсе төшмәҫ, — тине ул.
35
Шулай тигәс, Павел икмәкте ҡулына алып, Аллаға шөкөрана ҡылды һәм һындырып ашай башланы.
36
Был мәлдә бөтәһенең дә күңеле күтәрелде һәм улар ҙа ашарға ултырҙы.
37
Беҙ карапта бөтәһе ике йөҙ етмеш алты йән инек.
38
Ашап туйғас, диңгеҙселәр карапты еңеләйтеү өсөн, бойҙайҙы диңгеҙгә ташланы.
39
Көн тыуғас, диңгеҙселәр алдарындағы әлеге ерҙе таныманы, ләкин унда һөҙәк ярлы ниндәйҙер ҡултыҡ күрҙеләр һәм, булдырып булһа, карапты тап шул яр буйына йүнәлтергә ниәтләнеләр.
40
Якорҙарҙы сабып өҙҙөләр, караптың ҡойроғонда урынлашҡан бороу ишкәктәрен ысҡындырҙылар һәм алғы елкәнде ел ыңғайына көйләнеләр. Карап ярға табан юл алды,
41
ләкин ҡомға барып ултырҙы. Караптың мороно ҡуҙғатмаҫлыҡ булып батты, ә ҡойроҡ өлөшө тулҡын көсөнән емерелә башланы.
42
Ғәскәриҙәр, тотҡондарҙан берәйһе йөҙөп ҡасып китмәһен тип, уларҙы үлтерергә ниәтләне.
43
Әммә йөҙбашы, Павелды ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты һәм тәүҙә йөҙә белгәндәргә һыуға ырғырға һәм ярға сығырға ҡушты.
44
— Ҡалғандарығыҙ йә таҡталарға, йә караптағы берәй нәмәгә тотоноп йөҙөгөҙ, — тине. Шулай итеп, барыһы ла ҡотолоп ергә сыҡты.
← Chapter 26
Chapter 28 →