bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Acts 15
Acts 15
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Йәһүҙиәнән Антиохияға килгән ниндәйҙер кешеләр иман тотоусыларҙы: — Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, — тип өйрәтә башланы.
2
Павел һәм Варнава теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Павел менән Варнаваны һәм тағы бер нисә кешене, был мәсьәләне асыҡлау өсөн, Иерусалимға илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре янына ебәрергә булдылар.
3
Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Финикия һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.
4
Иерусалимға килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Павел менән Варнава уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе.
5
Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп: — Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, — тинеләр.
6
Был мәсьәләне тикшереү өсөн илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре бергә йыйылды.
7
Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң Петр урынынан тороп: — Имандаштар! — тип һүҙ башланы. — Йәһүд булмаған халыҡтар Һөйөнөслө Хәбәрҙе минән ишетеп иманға килһен өсөн, Алла мине һеҙҙең арағыҙҙан күптән инде һайлағанын беләһегеҙ.
8
Кеше күңелен белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек уларға ла Изге Рухты биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте.
9
Улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырмайынса, йөрәктәрен иман аша сафландырҙы.
10
Шулай булғас, беҙҙең аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ?
11
Ә бит беҙ ҙә, улар кеүек үк, Раббы Ғайса мәрхәмәте аша ҡотолоуыбыҙға ышанабыҙ.
12
Бөтә йыйылыш тынып ҡалды. Варнава менән Павел үҙҙәре аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне, халыҡ уларҙы тыңланы.
13
Улар һөйләп бөткәс, Яҡуб һүҙ алды: — Имандаштар, мине тыңлағыҙ!
14
Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Симон һөйләне.
15
Пәйғәмбәрҙәрҙең Изге Яҙмала яҙған һүҙҙәре лә быға тап килә:
16
[16-17] «Шунан һуң, — тигән Раббы, — Минеке булырға саҡырған барлыҡ халыҡтар һәм ҡалған кешеләр Миңә табан боролһон тип, элеккене ҡайтарырмын. Дауыттың емерелгән йортон яңынан тергеҙермен, емереклектән торғоҙоп, уны яңыртырмын». Шулай тип әйтә Раббы!
17
***
18
Ул борондан билдәле булған ошо эштәрҙе ҡыла.
19
Шуға күрә башҡа халыҡтар араһынан Аллаға табан боролоусыларға ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫҡа,
20
ә ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға кәрәк, минеңсә.
21
Сөнки элек-электән Муса ҡануны һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханала уҡыла, — тине Яҡуб.
22
Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Павел һәм Варнаваға эйәртеп Антиохияға ебәрергә ҡарар ҡылды. Бының өсөн иман тотоусыларға етәкселек итеүсе Варсава тип тә аталған Йәһүҙәне һәм Силаны һайланылар,
23
улар аша ошондай хат ебәрҙеләр: «Илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән — Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.
24
Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр, уларға шундай эште йөкмәтмәгән булһаҡ та, һеҙҙе борсоғандар һәм күңелегеҙҙе тынысһыҙлағандар, тип ишеттек.
25
[25-26] Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы буйынса, бер нисә кешене һайларға һәм уларҙы һеҙҙең янға ебәрергә тигән фекергә килдек. Улар һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Варнава һәм Павел менән бергә барыр.
26
***
27
Улар, Йәһүҙә менән Сила, һеҙгә был хатта яҙылғандарҙы телдән аңлатып бирер.
28
Изге Рух ихтыяры менән беҙ шундай ҡарарға килдек: хәҙер яҙыласаҡ талаптарҙан башҡа һеҙҙең өҫкә һис ниндәй йөк һалынмаясаҡ.
29
Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ. Үҙегеҙҙе ошо эштәрҙән һаҡлаһағыҙ, бик яҡшы булыр. Иҫән-һау булығыҙ!»
30
Шулай итеп, ебәрелгән кешеләр Антиохияға килде һәм, берҙәмлекте йыйып, хатты тапшырҙы.
31
Хатты уҡығас, бөтәһе лә был йыуаныслы хәбәргә ҡыуанды.
32
Йәһүҙә менән Сила, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, бик күп һүҙҙәр менән өгөтләп, имандаштарҙың рухын нығытты.
33
[33-34] Йәһүҙә менән Сила Антиохияла күпмелер ваҡыт булғас, имандаштар уларҙы именлек теләп Иерусалимға, үҙҙәрен ебәргән кешеләр янына оҙатты.
34
***
35
Павел менән Варнава иһә Антиохияла ҡалды. Улар күп кешеләрҙе бергә йыйып, Раббы һүҙен өйрәтте, вәғәз уҡыны.
36
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Павел Варнаваға, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте.
37
Варнава Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла үҙҙәре менән алырға теләне.
38
Әммә Павел тапшырылған эшен теүәлләмәйенсә уларҙан айырылып Памфилияла тороп ҡалған Яхъяны алырға ризалашманы.
39
Павел менән Варнава араһында етди ризаһыҙлыҡ тыуҙы һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды: Варнава Маркты алып һыу юлы менән Кипрға китте.
40
Ә Павел үҙенә Силаны һайланы һәм, имандаштар Павелды Раббы мәрхәмәтенә тапшырғандан һуң, юлға сыҡты,
41
берҙәмлектәрҙе нығытып, Сүриә һәм Киликия өлкәләре аша үтте.
← Chapter 14
Chapter 16 →