bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
2 Thessalonians 3
2 Thessalonians 3
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Тағы ла шул, имандаштар, Раббы хәбәре башҡа ерҙәрҙә лә һеҙҙәге кеүек үк тиҙ таралһын һәм ихтирам ителһен, тип беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ,
2
боҙоҡ һәм яуыз кешеләрҙән арыныуыбыҙ өсөн дә доға ҡылығыҙ, сөнки бөтөн кешеләр ҙә иманлы түгел бит.
3
Ә Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар.
4
Беҙ ҡушҡандарҙы башҡарыуығыҙға һәм киләсәктә лә үтәүегеҙгә Раббы беҙгә ышаныс бирә.
5
Ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе Алланы яратыуға һәм Мәсих кеүек ҡаҡшамаҫ булыуға йүнәлтһен.
6
Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.
7
Нисек йәшәргә кәрәклекте беҙҙең өлгө буйынса үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән йәшәгән саҡта ялҡауланманыҡ,
8
бер кемдең икмәген дә бушлай ашаманыҡ, берегеҙгә лә йөк булмаҫ өсөн, көнө-төнө эшләнек, көс түктек,
9
талап итергә хаҡыбыҙ булмаған кеүек түгел, ә беҙгә эйәреп эшләгеҙ тип, һеҙгә өлгө күрһәттек.
10
Янығыҙҙа булған сағыбыҙҙа уҡ, кем эшләргә теләмәй, шул ашамай, тигән бойороҡ бирҙек.
11
Беҙ ҡайһы берҙәрегеҙҙең эшләргә теләмәүе, ялҡауланыуы, фәҡәт кеше эшенә ҡыҫылып көн үткәреүе тураһында ишетеп торабыҙ бит.
12
Ундайҙарға беҙ, үҙ ризыҡтарын үҙҙәре баш баҫып эшләп тапһындар тип, Раббы Ғайса Мәсих исеменән талап итәбеҙ һәм өндәйбеҙ.
13
Һеҙ иһә, имандаштар, яҡшылыҡ эшләүҙән арымағыҙ.
14
Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ.
15
Ләкин ул кешене дошман тип иҫәпләмәгеҙ, ә имандашығыҙ һымаҡ иҫкәртегеҙ.
16
Раббы Үҙе — именлек сығанағы, һеҙгә һәр ваҡыт һәм һәр төрлө эштә именлек бирһен. Раббы бөтөнөгөҙ менән бергә булһын.
17
Мин, Павел, был хаттың минән икәнлеген күрһәтеү өсөн, башҡа хаттарҙағы кеүек үк, сәләмләү һүҙҙәрен үҙ ҡулдарым менән яҙам.
18
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте барығыҙ менән дә булһын.
← Chapter 2