bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
1 Corinthians 13
1 Corinthians 13
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин — ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған тәрилкәләр сыңы.
2
Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.
3
Бөтөн мөлкәтемде ярлыларға өләшеп, маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да, мөхәббәтем юҡ икән, миңә бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.
4
Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай.
5
Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, яуызлыҡ тотмай.
6
Мөхәббәт ғәҙелһеҙлеккә һөйөнмәй, хәҡиҡәткә шатлана.
7
Ул бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.
8
Пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем юҡҡа сығыр, әммә мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ.
9
Беҙҙең белемебеҙ ҙә, пәйғәмбәрлек итеүебеҙ ҙә өлөшләтә генә.
10
Камиллыҡ килеү менән был өлөшләтә булған нәмәләр әһәмиәтен юғалтасаҡ.
11
Мин бәләкәс сағымда балаларса һөйләнем, балаларса уйланым, балаларса фекер йөрөттөм, ә инде ир ҡорона ингәс, сабыйҙарса эшләүҙән туҡтаным.
12
Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге, серле һүрәттәге кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә иһә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулы беләсәкмен.
13
Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт — иң бөйөгө.
← Chapter 12
Chapter 14 →