bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Zephaniah 1
Zephaniah 1
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йәһүҙәлә Амон улы Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Кушиҙың улы Сефанъяһҡа Раббы һүҙе булды. Куши – Гедалъяһтың, Гедалъяһ – Амаръяһтың, ә Амаръяһ иһә Хизкияһтың улы ине.
2
Раббы былай тип белдерә: «Ер йөҙөнән бар нәмәне һепереп түгәм, –
3
Кешеләрҙе, хайуандарҙы, Осар ҡоштар, диңгеҙ балыҡтарын ҡырып бөтөрәм, Яуыз бәндәләре менән бергә Абыныу таштарын да ышырып ташлайым, Кешене ер йөҙөнән юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. –
4
Ҡулымды Йәһүҙәгә ҡаршы, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә ҡаршы күтәрәм, Бәғелдең ҡалдығын бөтөрәм, Боттарға табынған ҡаһиндарҙың Хатта исемен юйып ташлайым.
5
Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,
6
Раббыға эйәреүҙән баш тартҡан, Уны эҙләмәгән, Уға ынтылмағандарҙы юҡ итәм».
7
Раббы Хаким хозурында шым бул, Сөнки Уның көнө яҡынлаша. Раббы ҡорбан әҙерләгән инде, Ҡунаҡтары пакланыу йолаһын атҡарҙы.
8
«Ул ҡорбан көнөндә, – ти Раббы, – Мин түрәләрҙе һәм батша улдарын, Сит ҡәүемдәр һымаҡ кейенгәндәрҙең барыһын язалайым.
9
Ул көндө Мин тупһа аша һикергән һәр кемде, Шулай уҡ хужаларының йортон Золом һәм алдаҡ менән тултырғандарҙы язалайым.
10
Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау, Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау, Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор.
11
Махтеш кешеләре, илағыҙ – Сауҙагәрҙәр тотош һәләк булыр, Көмөш менән алыш-биреш итеүселәр юҡ ителер.
12
Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын Сыраҡ тотоп урап сығам, Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы, „Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ“, – тигәндәрҙе язалайым.
13
Байлыҡ-ниғмәттәре таланасаҡ, Йорттары харабаға әйләнәсәк. Һалған өйҙәрендә йәшәмәҫтәр, Үҫтергән йөҙөмдәренең шарабын эсмәҫтәр».
14
Раббының бөйөк көнө яҡынлаша! Яҡынлашты, бына-бына килеп етер. Раббы көнө инде һөрән һала – Иң ғәййәр яугирҙәр үкереп илар.
15
Ул көн булыр асыу көнө, Ҡайғы һәм ғазап көнө, Емереклек, харабалар көнө, Ҡараңғылыҡ, дөм ҡараңғылыҡ көнө, Болотло һәм тома ҡараңғылыҡ көнө.
16
Нығытмалы ҡалаларға, Бейек-бейек ҡәлғәләргә янап, Яуға саҡырып борғо ҡысҡыртыр, Һуғыш орандары яңғыратыр көн был.
17
«Кешеләргә бәлә күндерермен, Һуҡыр һымаҡ ҡайҙа барғандарын белмәҫтәр, Сөнки Миңә ҡаршы гонаһ ҡылдылар, – ти Раббы. – Шуға күрә ҡандары һыу һымаҡ ағыр, Эсәктәре тиреҫ һымаҡ туҙрап ятыр.
18
Раббының асыу көнөндә Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ, Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр, Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын Көтмәгәндә ҡырып һалыр».
Chapter 2 →