bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Zechariah 5
Zechariah 5
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Күҙҙәремде күтәреп ҡараһам: бер төргәк китап осоп йөрөй.
2
Фәрештә минән: – Нимә күрәһең? – тип һораны. – Осоп йөрөгән бер төргәк китап күрәм. Оҙонлоғо егерме терһәк, киңлеге ун терһәк, – тип яуапланым.
3
– Бөтә ер йөҙөнә яуасаҡ ләғнәт был, – тине фәрештә. – Уның бер яғында яҙылғанса, урлашҡан һәр кеше язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Икенсе яғында яҙылғанса, ялған ант иткәндәр ҡыуыласаҡ.
4
«Был ләғнәтте Мин ебәрҙем, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ул бурҙың һәм Минең исемем менән ялған ант итеүсенең өйөнә инәсәк. Ул был өйҙә ундағы һәр бер ағас киҫәге, һәр бер таш онталып юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ».
5
Минең менән һөйләшкән фәрештә килеп: – Күтәрелеп ҡара әле, – тине. – Нимә сығып килгәнен күрәһең?
6
– Был нимә ул? – тип һораным. – Үлсәм һауыты, – тине һәм: – Ул бөтә ил халҡының ғәйептәре менән тулы, – тип өҫтәне.
7
Бына һауыттың ҡурғаш ҡапҡасы ҡалҡытылды. Һауыт эсендә бер ҡатын ултыра ине.
8
Фәрештә: – Ә был яманлыҡтың үҙе, – тине лә, ҡатынды һауыт эсенә ҡабат тығып, ҡурғаш ҡапҡас менән ҡаплап ҡуйҙы.
9
Башымды күтәреп ҡарағайным, ел сығарып төшөп килгән ике ҡатынды күрҙем. Уларҙың ҡауҙыныҡына оҡшаған ҡанаттары бар ине. Улар һауытты ер менән күк араһына күтәрҙе.
10
Минең менән һөйләшкән фәрештәнән: – Һауытты ҡайҙа алып баралар? – тип һораным.
11
– Шинғар еренә, – тип яуап ҡайтарҙы фәрештә. – Унда һауыт өсөн бер йорт төҙөләсәк һәм ул шунда, үҙ таяуына, ҡуйыласаҡ.
← Chapter 4
Chapter 6 →