bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Zechariah 3
Zechariah 3
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Шунан Раббы миңә Раббы фәрештәһе алдында баҫып торған баш ҡаһин Йеһошуағты күрһәтте. Йеһошуағтың уң яғында шайтан уны ғәйепләп тора ине.
2
Әммә Раббы шайтанға: – Эй шайтан! Әйҙә һине Раббы туҡтатһын! Эйе, Йәрүсәлимде һайлаған Раббы һине туҡтатһын! Был әҙәм уттан тартып алынған торонбашҡа оҡшамағанмы ни? – тине.
3
Йеһошуағ фәрештә ҡаршыһында бысранып бөткән кейемдә тора ине.
4
Фәрештә үҙенең янындағыларға: – Уның бысраҡ кейемдәрен систерегеҙ! – тине. Шунан Йеһошуағҡа: – Бына ҡара, ғәйебеңде алып ташланым, – тип өндәште. – Һиңә байрам кейемдәре кейҙерәм.
5
Мин иһә: – Башына ла таҙа сәллә кейҙерһендәр, – тинем. Башына таҙа сәллә урап, өҫтөнә кейендерҙеләр. Раббы фәрештәһе уның эргәһендә торҙо.
6
Шунан Раббы фәрештәһе Йеһошуағҡа өгөт-нәсихәт ҡылып әйтте:
7
– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен.
8
Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде алып киләсәкмен.
9
Бына, Мин Йеһошуағ алдына ҡуйған таштың ете ҡыры бар. Уның өҫтөнә бер яҙыу уйып яҙасаҡмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Бер көн эсендә был илдең ғәйебен юйып ташлаясаҡмын.
10
Ул көндө һәр берегеҙ үҙенең яҡынын йөҙөм, инжир ағастары аҫтында бергәләшеп ултырырға саҡырыр», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
← Chapter 2
Chapter 4 →