bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Titus 3
Titus 3
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға һәм уларҙы тыңларға, һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер торорға кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор,
2
шулай уҡ кешене яманламаҫҡа, ә тыныслыҡты һөйөргә, иғтибарлы һәм бөтә кешеләргә ҡарата ла бик илгәҙәк булырға өйрәт.
3
Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.
4
Ҡотҡарыусыбыҙ Алла иһә Үҙенең яҡшылығын һәм кешеләргә булған мөхәббәтен күрһәткәндә
5
беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты.
6
Был Рухты Ул Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих аша өҫтөбөҙгә мул яуҙырҙы,
7
беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.
8
Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтәһе өсөн дә яҡшы һәм файҙалы.
9
Бушҡа һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәлә соҡсоноуҙан, ыҙғыш-талаштан һәм ҡанун тураһындағы бәхәстәрҙән алыҫ тор, сөнки уларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ.
10
Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт.
11
Ундай кешенең боҙоҡлоҡ ҡылыусы һәм гонаһ эшләүсе икәнен беләһең бит, бының менән ул үҙен үҙе хөкөмгә дусар итә.
12
Һинең яныңа Артемасты йәки Тухикусты ебәргәс, үҙең минең эргәмә Никополисҡа килергә ашыҡ, ҡышты мин унда үткәрәсәкмен.
13
Ҡанун белгесе Зенас менән Аполлосты бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫлыҡ итеп юлға оҙатыу хәстәрлеген күр.
14
Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.
15
Минең менән бергә булғандарҙың бөтәһе лә һине сәләмләй. Иманлы булған, беҙҙе яратҡан барыһына ла сәләм тапшыр. Һәммәгеҙгә лә мәрхәмәт булһын.
← Chapter 2