bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Song of Solomon 3
Song of Solomon 3
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Төнө буйы түшәгемдә Йән һөйгәнемде эҙләнем. Эҙләнем, тик таба алманым.
2
«Торайым, ҡаланы әйләнәйем, Урамдарҙан, майҙандарҙан йөрөп Йән һөйгәнемде эҙләйем», – тинем. Эҙләнем, тик таба алманым.
3
Ҡала буйлап йөрөгән һаҡсыларҙы осраттым, Һораным: «Күрмәнегеҙме һөйгәнемде?»
4
Улар янынан китеүем булды, Йән һөйгәнемде мин таптым. Ҡосаҡлап алдым да ебәрмәнем; Уны әсәйем өйөнә, Мине тапҡан әсәм бүлмәһенә алып ҡайттым.
5
Ғәзәлдәр һәм боландар хаҡына Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын.
6
Ни был сүлдән күтәрелгән Төтөн бағанаһы һымаҡ килгән, Сауҙагәрҙең төрлө хушбуйҙары, Мирра-ладан еҫен таратҡан?
7
Был – Сөләймәндең тәхет-түшәге! Алтмыш баһадир уратҡан уны, Исраилдың батыр егеттәре.
8
Барыһы ла ҡылыс таҡҡан, Оҫта һуғышсылар. Төнгө дәһшәттән һаҡланыу өсөн Һәммәһенең ҡылысы билендә.
9
Сөләймән батша тәхет-түшәген Ливан ағастарынан яһатҡан.
10
Терәүҙәре – көмөш, һөйәнгесе – алтын. Ултырғысы ҡуйы ҡыҙыл туҡыманан. Йәрүсәлимдең ҡыҙҙары уның эсен Мөхәббәт менән биҙәгән.
11
Сион ҡыҙҙары, сығығыҙ, Туй көнөндә, йөрәге шатлыҡҡа тулған көндә, Әсәһе биргән таж кейгән Сөләймәнгә ҡарағыҙ!
← Chapter 2
Chapter 4 →