bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Song of Solomon 1
Song of Solomon 1
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Сөләймәндең иң гүзәл йыры. Үпһен мине, үпһен ирендәрең! Һөйөүең һинең шараптан татлы.
2
Хушбуйың һулап туйғыһыҙ, Исемең – гүйә түгелеп киткән еҫле май, Шуға ла ҡыҙҙар ярата һине.
3
Үҙ артыңдан әйҙә мине – йүгерәйек! Батшам мине бүлмәһенә алып килде! Эй батшабыҙ, ҡыуанырбыҙ, Һинең менән һоҡланырбыҙ, Һөйөүеңде шараптан былай маҡтарбыҙ – Ысынлап та яратыуға лайыҡһың һин!
4
Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Ҡара булһам да, Ҡыдар сатырҙарылай, Сөләймәндең шаршауҙарылай матур мин.
5
Ҡарасманлығыма ҡарамағыҙ, Ҡояш мине шулай ҡарайтты. Ағайҙарым миңә асыуланып, Йөҙөм баҡсаларын ҡарауыллар өсөн ҡуйҙы, Ә үҙемдең баҡсамды һаҡлай алманым.
6
Йән һөйгәнем, әйтсе миңә: Малдарыңды ҡайҙа утлатаһың? Төш мәлендә ҡайҙа ятҡыраһың? Ниңә мин дуҫтарыңдың малы янында Бөркәнсек ябынған ҡатындай йөрөргә тейеш?
7
Ҡайҙалығымды белмәһәң, Эй гүзәлдәрҙең гүзәле, Һарыҡтарҙың эҙенән бар. Көтөүселәрҙең сатырҙары янында Үҙеңдең кәзә бәрәстәреңде утлат.
8
Фирғәүен арбаһына егелгән аттар араһындағы байталға Оҡшатам һине, һөйөклөм!
9
Бит алмаңды һырғаларың биҙәп тора, Мунсаҡ тағылған муйының ниндәй гүзәл!
10
Һиңә көмөш тамсылар менән Алтын биҙәүестәр яһатырбыҙ.
11
Батшам табын янында ҡырын ятҡанда Хушбуйымдың еҫтәре таралды.
12
Түштәремдең араһында ятҡан Мирра һалынған янсыҡ һымаҡ һөйгәнем.
13
Ғейн-Гедиҙең йөҙөм баҡсаларындағы Бер шәлкем ҡына гөлөлөр йәрем.
14
Ниндәй гүзәлһең, һөйөклөм, Ниндәй гүзәлһең һин! Күгәрсендәй һинең күҙҙәрең!
15
Эй һөйөклөм, ниндәй сибәрһең һин, һөйкөмлөһөң! Йәшел үлән беҙҙең түшәгебеҙ.
16
Өйөбөҙҙөң түшәме – кедрҙар, Диуарҙары иһә – кипаристар.
Chapter 2 →