bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Revelation 10
Revelation 10
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор балҡый, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары утлы бағана һымаҡ ине.
2
Ҡулына бәләкәй генә төргәк китапты асып тотҡан. Ул уң аяғы менән – диңгеҙгә, һул аяғы менән ергә баҫып,
3
арыҫландыҡы һымаҡ көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү, тауыш биреп, һөйләй башланылар.
4
Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләгәнен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләгәнен мисәт аҫтына йәшер һәм яҙма.
5
Диңгеҙҙә һәм ерҙә баҫып торған мин күргән фәрештә уң ҡулын күккә күтәрҙе лә
6
күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне яратҡан Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.
7
Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртырға әҙер булған мәлдә, Алла Үҙ ҡолдарына – пәйғәмбәрҙәргә иғлан иткәнсә, Уның сере ғәмәлгә ашҡан булыр.
8
Унан һуң мин күктән ишеткән тауыш тағы былай тип өндәште: – Бар, диңгеҙҙә һәм ерҙә торған фәрештәнең ҡулынан асылған төргәк китапты ал.
9
Фәрештә янына килдем дә шул ҙур булмаған төргәк китапты миңә биреүен һораным. Фәрештә миңә: – Ал да уны аша. Ашҡаҙаныңа бик әсе булыр, әммә ауыҙыңда бал кеүек татлы булыр, – тине.
10
Мин фәрештәнең ҡулынан шул бәләкәй генә төргәк китапты алып ашаным. Ауыҙымда бал кеүек татлы ине, әммә ашап бөтөүгә ашҡаҙаным әсетеп янды.
11
Унан һуң миңә: – Һин тағы күп халыҡтар, милләттәр, телдәр һәм батшалар тураһында пәйғәмбәрлек итергә тейешһең, – тинеләр.
← Chapter 9
Chapter 11 →