bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 87
Psalms 87
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ҡорах улдарының мәҙхиәһе. Йыр. Йырсылар етәксеһенә: «Махалаҫ» көйөнә. Ҡара-ҡаршы йыр. Әзрах нәҫеленән булған Һемандың уйланыуҙары.
2
Йә Раббы, мине ҡотҡарған Алла, Көнөн-төнөн Һиңә ялбарамын!
3
Доғам хозурыңа барып етһен, Ҡолаҡ һал ялбарыуыма.
4
Ҡайғы-хәсрәтем боғаҙыма тығылды, Йәнем үлеләр донъяһына яҡынлашты.
5
Ҡәбергә төшкәндәргә иш булдым, Һис тәҡәтһеҙ тороп ҡалдым.
6
Үлектәр араһына ташланған, Һин башҡаса иҫеңә алмаған, Инде бөтөнләй ҡулыңдан төшкән, Ҡәберҙә ятҡан мәйеттәй булдым,
7
Мине тәрән соҡор төбөнә һалдың, Ҡараңғылыҡҡа, упҡынға аттың.
8
Башыма төштө асыуың, Тулҡындарың менән иҙҙең.
9
Яҡындарымды алыҫлаштырҙың, Улар күҙендә ерәнгес иттең. Бикле ҡалдым да сыға алмайым.
10
Хәсрәтемдән күҙ нурҙарым һүнде, Һәр көн Һиңә ялбарамын, Раббы, Ҡулдарымды Һиңә һонамын.
11
Мөғжизәләреңде мәйеттәргә күрһәтәсәкһеңме? Үлектәр тороп Һине данлармы?
12
Тоғро мөхәббәтең хаҡында ҡәберҙә, Тоғролоғоң тураһында Һәләкәт урынында һөйләнерме?
13
Ҡараңғылыҡта хикмәттәреңде кем күрер? Ғәҙеллегеңде онотолоу донъяһында кем белер?
14
Мин иһә, йә Раббы, ярҙамға саҡырам Һине; Доғам иртә таңдан Һиңә олғашыр.
15
Ни өсөн мине ситкә тибәһең, Раббы, Ниңә Һин минән йөҙөңдө йәшерәһең?
16
Бәхетһеҙмен, үлем хәлендәмен йәшлегемдән; Дәһшәттәрең алдында сараһыҙ ҡалдым.
17
Асыуың башымдан ашты инде, Дәһшәтеңдән рухым һынды минең.
18
Ул көн һайын ташҡындай уратып ала, Мине һәр тарафтан ҡамалай.
19
Йәремдән, яҡын дуҫымдан айырҙың, Серҙәшем булып тик ҡараңғылыҡ ҡалды.
← Chapter 86
Chapter 88 →