bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 8
Psalms 8
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Раббы Хакимыбыҙ! Исемең ниндәй ғиззәтле бөтә ер йөҙөндә! Асмандан юғарыраҡ Һинең шөһрәтең!
3
Сабыйҙар, имсәк балаларҙың ауазы менән Дошмандар һәм үслеләргә ҡаршы Һин нығытма ҡорҙоң, уларға ахыр ҡуйҙың.
4
Бармаҡтарың әүәләгән күккә баҡтым, Һин урынлаштырған ай менән йондоҙҙарға ҡараным.
5
Әҙәм заты нимә инде? Ә Һин уның хаҡында уйлайһың! Бәндә балаһы кем – уны хәстәрләйһең?
6
Уны Алланан саҡ ҡына түбән иттең; Шөһрәт һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең.
7
Ҡулыңдың ижадына уны хаким ҡылдың, Бөтә нәмәне аяғы аҫтына һалдың:
8
Эре һәм ваҡ малды, Ҡырағай хайуанды,
9
Күктәге ҡош, диңгеҙҙәге балыҡ, Даръяларҙа йөҙгән һәммәһен.
10
Эй Раббы Хакимыбыҙ, Бөтөн ер йөҙөндә исемең ниндәй ғиззәтле!
← Chapter 7
Chapter 9 →