bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 78
Psalms 78
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Асафтың мәҙхиәһе. Эй Алла, ят ҡәүемдәр баҫып алды биләмәңде, Мөҡәддәс ҡорамыңды нәжесләнеләр, Йәрүсәлимде таш өйөмөнә әйләндерҙеләр.
2
Ҡолдарыңдың мәйетен күктәге ҡоштарға, Тоғроларыңдың тәнен ерҙәге хайуандарға ем итеп бирҙеләр.
3
Йәрүсәлим тирәләй уларҙың ҡанын һыу һымаҡ түктеләр, Мәйеттәрҙе ерләргә һис кем ҡалманы.
4
Күршеләребеҙ алдында мәсхәрәгә төштөк, Бөтә әйләнә-тирәгә көлкө һәм хур булдыҡ.
5
Асыуың ҡасанға тиклем барыр, Раббы? Мәңге шулай һуҙылырмы? Күпме яныр ялҡынланып көнсөллөгөң?
6
Асыуыңды Һине танымаған ҡәүемдәрҙең, Исемеңде телгә алмаған батшалыҡтарҙың өҫтөнә түк.
7
Сөнки шулар Яҡуптың башын ашаны, Йортон харабаға әйләндерҙе.
8
Ата-бабаларыбыҙҙың гонаһтарын таҡма беҙгә. Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал – Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек.
9
Данлы исемең хаҡына беҙгә ярҙам ит, Йә Алла, ҡотҡарыусыбыҙ беҙҙең! Исемең хаҡына йолоп ал беҙҙе, Гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит.
10
Ниңә әле ят ҡәүемдәр: «Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?» – тип көлә. Ҡолдарыңдың түгелгән ҡандары өсөн үс алыуың Күҙ алдыбыҙҙа бар ҡәүемдәргә мәғлүм булһын.
11
Әсирҙең иңрәүе хозурыңа ирешһен, Ҡеүәтле беләк көсөң менән Һин Үлемгә дусар ителгәндәрҙе ҡотҡар.
12
Һине хурлаған күршеләребеҙгә Ете ҡат артығыраҡ итеп ҡайтар, бөйөк Хаким!
13
Беҙ Һинең халҡың, көтөүеңдең ҡуйҙары, Мәңгегә Һиңә шөкөр итербеҙ, Быуындан-быуынға маҡтау йырларбыҙ.
← Chapter 77
Chapter 79 →