bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 69
Psalms 69
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы хәтеренә төшөрһөн өсөн.
2
Эй Алла, ҡотҡар мине! Йә Раббы, ярҙамға ашыҡ!
3
Йәнемде алырға ҡырсынғандар Мәсхәрәгә төшөп хур булһын! Зыян килтерергә теләгәндәр, мыҫҡыл ителеп, Барыһы ла кире сигенһен!
4
«Әһә, әһә!» – тиеп мине үсәгәндәр Оятҡа ҡалып, артҡа боролһон!
5
Һиндә шатлыҡ-ҡыуаныс тапһындар Барса Һиңә табан йүнәлгәндәр! Эй Ҡотҡарыусы, Һине яратҡандар Һәр саҡ: «Алла бөйөк!» – тип әйтһендәр.
6
Мин иһә бисара бер фәҡирмен, Эй Алла, ярҙамға ашыҡ! Ярҙамсым һәм ҡотҡарыусым Һинһең, Һуңлап ҡуйма инде, эй Раббым!
← Chapter 68
Chapter 70 →