bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 33
Psalms 33
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Авимәләх алдында аҡылдан шашҡан булып ҡыланған һәм ҡыуылып китеп барған ваҡытында сығарылған.
2
Гел генә Раббыға маҡтау-шөкөр яуҙырамын, Уны данлау телемдән һис төшмәй.
3
Бар күңелдән Раббы менән маҡтанамын, Иҙелгәндәр мине ишетеп шатланыр.
4
Ҙурлағыҙ минең менән бергә Раббыны, Бергәләшеп Уның исемен ҙурлайыҡ.
5
Раббынан ярҙам һораным – яуап бирҙе, Һәммә ҡурҡыуҙарҙан араланы.
6
Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә, Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар.
7
Мин фәҡирең Раббыға ялбарҙым, Ул мине ишетте, Бөтә бәләләрҙән әрсәләне.
8
Раббынан ҡурҡҡандарҙы Уның фәрештәһе Һәр яҡтан ҡамап торор һәм азат итер.
9
Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм!
10
Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ.
11
Йәш арыҫландар ҙа табышһыҙ, ас ҡалыр; Ә Раббыны эҙләгәндәр Бер ниндәй яҡшылыҡтан да ҡоро ҡалмаҫ.
12
Эй балалар, килегеҙ, мине тыңлағыҙ: Һеҙҙе Раббынан ҡурҡырға, Уны хөрмәтләргә өйрәтәйем.
13
Әгәр кеше тормошонан ләззәт табып, Рәхәтлектә ғүмер итәм тиһә,
14
Телен яманлыҡтан тыйһын, Ауыҙын мәкер өсөн асмаһын.
15
Яуызлыҡтан тайпылһын, яҡшылыҡ ҡылһын; Тыныслыҡ эҙләһен, шуға ынтылһын.
16
Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, Ҡолағы уларҙың ялбарыуҙарына асыҡ.
17
Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға – Ерҙә уларҙан хатта иҫтәлек тә ҡалдырмай.
18
Тәҡүәләр ялбарғанда Раббы ишетер, Уларҙы бар бәләләрҙән азат итер.
19
Раббы күңеле китек булғандарға яҡын, Ул рухы һынғандарҙы ҡотҡарыр.
20
Тәҡүәләрҙең ҡайғылары күп булһа ла, Раббы барыһынан да ҡотҡарыр.
21
Уларҙың бөтә һөйәген һаҡлар, Һис береһе һындырылмаҫ.
22
Яуызға үҙ яманлығы үлем килтерер, Тәҡүәгә нәфрәт тотҡан бәндә язаға дусар булыр.
23
Раббы ҡолдарының йәнен йолоп алыр, Уға һыйынған һәр берәү язанан ҡотолор.
← Chapter 32
Chapter 34 →