bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 31
Psalms 31
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың уйланыуҙары. Бәхетлелер кеше, әгәр енәйәте ярлыҡанһа, Ҡылған гонаһы юйылһа!
2
Раббы кемдең ғәйебен иҫәпкә алмаған, шул бәхетле, Булмышында хәйлә булмаған кеше бәхетле!
3
Ғәйебемде эсемә йомған сағымда, Көндәр буйы иңрәүемдән Ҡоро һөйәк кенә булып ҡалдым.
4
Көнөн-төнөн ҡулыңдың ауырлығын тойҙом иңемдә; Йәйге ҡоролоҡ мәлендәгеләй көйҙөм, бөттө хәлем.
5
Шунан Һиңә гонаһымды астым, Ғәйебемде йәшермәнем. «Яҙыҡ эштәрем хаҡында Раббыға һөйләйем», – тинем. Һәм һин гонаһымды ғәфү иттең.
6
Бына шуға күрә һәр бер тоғро ҡолоң Бәлә килгән мәлдә Һиңә доға ҡылһын. Шул ваҡытта һыуҙар ташҡыны Уға барып етә алмаясаҡ.
7
Һыйыныр ышығым Һинһең. Мине ҡазаларҙан ҡурсалайһың, Еңеү ҡыуанысына солғайһың.
8
Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».
9
Ат йәки ҡасыр һымаҡ ахмаҡ булмағыҙ. Уларҙы тыңлатыу өсөн һәр саҡ Йүгән менән теҙген мотлаҡ.
10
Яуыздарҙың башына күп ғазап килер. Ә Раббыға өмөт бағлағанды иһә Уның тоғро мөхәббәте солғап алыр.
11
Тәҡүәләр өсөн Раббы ҡыуаныс-шатлыҡ булһын, Бөтә саф күңеллеләр һөйөнөп тантана итһен!
← Chapter 30
Chapter 32 →