bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 131
Psalms 131
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ҡорамға артылыусылар йыры. Иҫеңә төшөр, Раббы, Дауытты, Ул кисергән бөтә ғазаптарҙы;
2
Нисек уның Раббыға ант иткәнен, Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһенә нәҙер әйткәнен.
3
Әйткәйне: «Сатырымдың ышығына инмәм, Түшәгемә ятмам,
4
Күҙ ҡабаҡтарымды япмам, Күҙҙәремә йоҡо бирмәм,
5
Раббыға лайыҡлы урын, Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһенә торлаҡ тапмайынса».
6
Килешеү һандығының Әфраҫала булғанын ишеттек, Беҙ уны Яғарҙың баҫыуында табып алдыҡ.
7
Әйттек: «Әйҙәгеҙ Уның торлағына барайыҡ, Аяғына йығылып сәждә ҡылайыҡ».
8
Сыҡ, Раббы, Үҙеңдең тыныс-имен урыныңа, Ҡөҙрәтең билдәһе булған һандыҡ менән бергә кил.
9
Ҡаһиндарың тоғролоҡҡа төрөнһөн, Тоғроларың кинәнешеп һөйөнһөн.
10
Ҡолоң Дауыттың хаҡына, Үҙеңдең мәсихеңдән йөҙөңдө борма.
11
Ышаныслы антын бирҙе Раббы Дауытҡа, Вәғәҙәһенән ваз кисмәҫ: «Үҙеңдең орлоғоңдоң емешен Һинән һуң тәхеткә ултыртырмын.
12
Әгәр балаларың килешеүгә, Биргән нәсихәттәремә тоғро булһа, Уларҙың улдары ла мәңгегә Һинең тәхетеңдә ултырасаҡ».
13
Сөнки Раббы Сионды һайланы, Уны төйәк итергә теләне.
14
«Тыныс-имен урыным мәңгегә ошо булыр, – тине. – Теләнем, ошонда урынлашам.
15
Бындағы ризыҡ сикһеҙ бәрәкәткә эйә булыр, Был ерҙәге фәҡирҙәрҙе туйҙырырмын.
16
Ҡаһиндарын еңеүгә төрөндөрөрмөн, Тоғролары кинәнеп һөйөнөр.
17
Ошонда Дауыттың ҡеүәтен үҫтерермен, Мәсихем өсөн Мин сыраҡ әҙерләрмен.
18
Дошмандарын мәсхәрәгә ҡалдырырмын, Башындағы тажы иһә нурланып балҡып торор».
← Chapter 130
Chapter 132 →