bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 125
Psalms 125
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ҡорамға артылыусылар йыры. Раббы Сиондың тотҡондарын ҡайтарған саҡта, Беҙ төш күргән һымаҡ булдыҡ.
2
Ауыҙыбыҙ шатлыҡтан йырылды, Телебеҙҙән ҡыуаныс ауаздары түгелде. Шунда башҡа ҡәүемдәр бер-береһенә әйтте: «Раббы уларға бөйөк эш ҡылды!»
3
Раббы беҙгә бөйөк эштәр ҡылды, Беҙ һөйөнөп бөтә алманыҡ.
4
Негев сүлендә ҡороған үҙәндәрҙе ҡабат һыуға тултырған һымаҡ, Тотҡондағыларыбыҙҙы кире ҡайтар, Раббы.
5
Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр Шатланышып уңыш урыр;
6
Орлоҡ тоғон аҫып илай-илай сәсеүселәр, Шатлана-шатлана көлтәләр күтәреп ҡайтыр.
← Chapter 124
Chapter 126 →