bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 123
Psalms 123
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Инде былай тиһен Исраил: Әгәр ҙә Раббы беҙҙең янда булмаһа,
2
Әгәр ҙә Раббы беҙҙең менән булмаһа, Кешеләр беҙгә баш күтәргән саҡта
3
Беҙҙе тереләй йоторҙар ине, Беҙгә ҡаршы асыуҙары тоҡанғанда.
4
Һыуҙар беҙҙе йыуып ташлар ине, Ташҡын беҙҙе баҫып китер ине,
5
Шашҡан һыуҙар башыбыҙҙан ашыр ине.
6
Раббы мөбәрәк булһын – Йыртҡыс тештәргә беҙҙе табыш итеп бирмәне!
7
Йәнебеҙ беҙҙе аулаусыларҙың тоҙағынан Ҡоштай ысҡынды, Ау өҙөлдө лә ҡотолоп сыҡтыҡ.
8
Беҙҙең өсөн ярҙам килә Күк менән ерҙе яратҡан Раббынан.
← Chapter 122
Chapter 124 →