bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 118
Psalms 118
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Бәхетле пак юлдан йөрөгәндәр, Раббының ҡануны менән йәшәгәндәр.
2
Бәхетле Уның күрһәтмәләрен тотҡандар, Бар булмышы менән Уны эҙләгәндәр!
3
Улар яман ғәмәл ҡылмаҫ, Раббы юлдарынан йөрөр.
4
Һин өгөт-нәсихәт бирҙең, Уларға тоғро булырға бойорҙоң.
5
Ҡағиҙәләреңә тоғро ҡалыр өсөн Тотҡан юлымда тәүәккәл булһам ине!
6
Бөтә бойороҡтарыңдан күҙемде алмаҫ, Шул ваҡытта һис оятҡа ҡалмаҫ инем.
7
Ғәҙел ҡарарҙарыңды өйрәнеп, Саф күңелдән Һиңә рәхмәттәр уҡырмын.
8
Һинең ҡағиҙәләреңде тотам, Мине һис ҡасан ташлама, Раббым!
9
Нисек юлын пак килеш һаҡлар йәш кеше? Бары Һинең һүҙҙәреңде тотоп ҡына.
10
Бөтөн булмышым менән Һине эҙләйем, Бойороҡтарыңдан тайпылырға юл ҡуйма!
11
Һинең алдыңда гонаһлы булмаҫ өсөн, Һүҙҙәреңде йөрәгемдә һаҡлайым.
12
Йә Раббы, Һин мөбәрәкһең! Миңә ҡағиҙәләреңде өйрәт.
13
Ауыҙыңдан сыҡҡан һәр ҡарарҙы Телем минең һөйләп торор.
14
Күрһәтмәләрең буйынса йәшәгәнемә һөйөнәм, Хазина тапҡандай булам.
15
Нәсихәттәрең тураһында уйланам, Юлдарыңдан күҙемде алмайым.
16
Ҡағиҙәләрең менән йыуанам, Әйткән һүҙҙәреңде онотмайым.
17
Мин ҡолоңа яҡшылыҡ ҡыл да йәшәйем, Әйткәндәреңә тоғро ҡалайым.
18
Күҙҙәремде ас, ҡануныңдың Мөғжизәләрен күрәйем.
19
Был донъяла мин мосафир ғына, Бойороҡтарыңды беләйемсе.
20
Хаҡ хөкөмдәреңде көҫәп, Йәнем талсыға һәр ваҡыт.
21
Бойороҡтарыңдан тайпылған Ләғнәтле тәкәбберҙәрҙе ауыҙлыҡланың.
22
Хурлыҡ һәм кәмһетеүҙәрҙе өҫтөмдән ал, Сөнки күрһәтмәләреңде ғәмәлгә ашырам.
23
Түрәләр йыйылып миңә мәкер ҡора, Ә мин, ҡолоң, ҡағиҙәләрең хаҡында уйланам.
24
Өгөттәрең – минең һөйөнөсөм, Улар минең кәңәшселәрем.
25
Хәлһеҙләнеп тупраҡҡа йығылдым, Вәғәҙәңә күрә ҡабаттан йәшәү бирһәңсе!
26
Үткән юлдарымды һөйләнем, яуап ҡайтарҙың; Миңә ҡағиҙәләреңде өйрәт!
27
Нәсихәттәреңдең асылына төшөндөр, Мөғжизәләрең хаҡында уйланайым.
28
Хәсрәттән өҙөлә эс-бауырым, Вәғәҙәңә күрә, мине нығыт!
29
Ялған юлдан мине йыраҡлаштыр, Илтифат менән миңә ҡануныңды өйрәт.
30
Мин хәҡиҡәт юлын һайлап алдым, Ҡарар-хөкөмдәрең – йөрәгемдә.
31
Һинең күрһәтмәләреңә күңел бирҙем, Йә Раббы, оятҡа ҡалырға юл ҡуйма!
32
Һин бойорған юлдан йүгерәмен, Йөрәгемә төшөнөү бирәһең.
33
Ҡағиҙәләрең ҡушҡан юлдан йөрөргә өйрәт, Раббы, Уларҙы мин һәр ваҡыт тотормон.
34
Аҡыл бир миңә, ҡануныңды үтәрмен, Ысын күңелдән уны ғәмәлгә ашырырмын.
35
Бойороҡтарың һуҡмағынан етәклә мине, Мин унан ләззәт табамын.
36
Йөрәгем хәрәм малға әүрәмәһен, Уны күрһәтмәләреңә табан йүнәлт.
37
Күҙҙәремде ығы-зығыларҙан биҙҙер, Мине Үҙ юлыңда йәшәт.
38
Үҙеңдән ҡурҡҡандарға биргән һүҙеңде Мин ҡолоң өсөн бойомға ашыр.
39
Үҙем ҡурҡҡан хурлыҡтан алыҫ тот мине, Ҡарар-хөкөмдәрең игелекле Һинең.
40
Мин өгөт-нәсихәттәреңә сарсайым, Хаҡлығың солғанышында йәшәт!
41
Йә Раббы, мөхәббәтеңде күрһәт, Әйткәнеңә күрә ҡотҡар мине!
42
Шул саҡ мине хурлағанға Лайыҡлы яуап табырмын, Сөнки Һинең Һүҙеңә инанам.
43
Хәҡиҡәт һүҙҙәрен ауыҙымдан тартып алма, Ҡарар-хөкөмдәреңә өмөт бағлайым.
44
Мин Һинең ҡануныңа һәр ваҡыт, Мәңге-мәңге тоғролоҡ һаҡлармын.
45
Иркенләп баҫып йөрөйөм, Сөнки өгөт-нәсихәттәреңде үтәргә тырышам.
46
Күрһәтмәләрең хаҡында батшаларға һөйләрмен, Һис тә оялып тормаҫмын.
47
Бойороҡтарың минең өсөн шатлыҡ, Мин бит улар менән зауыҡланам.
48
Мин яратҡан бойороҡтарыңа табан ҡул һуҙам, Һинең ҡағиҙәләрең тураһында уйланам.
49
Иҫеңдә тот мин ҡолоңа әйткән вәғәҙәңде, Уның менән миңә өмөт бирҙең.
50
Ғазап сиккәндә ул йыуанысым минең, Һинең һүҙең миңә йәшәү бирә.
51
Хаяһыҙҙар мине бик хурланы, Әммә Һинең ҡануныңдан тайпылманым.
52
Боронғонан килгән ҡарар-хөкөмдәреңде, йә Раббы, Хәтерләйем, уларҙан йыуаныс табам.
53
Ҡануныңды ташлаған яуыздарҙы күрһәм, Мине ярһыу биләп ала.
54
Мин килмешәк булып ғүмер һөргән ерҙә Ҡағиҙәләрең минең өсөн йыр кеүек.
55
Төндәрен исемеңде ҡабатлайым, йә Раббы, Һинең ҡануныңа тоғро ҡалам.
56
Был минең ғәҙәтемә әйләнде, Ҡағиҙә-ҡанундарыңды ғәмәл ҡылам.
57
Йә Раббы, Һин – минең насибым, Һүҙеңдән сыҡмаҫҡа вәғәҙә бирәм.
58
Һиңә бар булмышым менән доға ҡылам, Вәғәҙәңә күрә ҡыҙған мине.
59
Тотҡан юлым хаҡында уйландым, Аҙымымды күрһәтмәләреңә күрә баҫам.
60
Бойороҡтарыңды үтәргә ашығамын, Оҙон-оҙаҡҡа һуҙманым.
61
Залимдар мине арҡан менән сорнаны, Әммә Һинең ҡануныңды онотмайым.
62
Һинең ғәҙел хөкөмдәрең өсөн Төн уртаһында тороп та шөкөр ҡылам.
63
Һинән ҡурҡҡандар, хөрмәт иткәндәр, Нәсихәттәреңә тоғролар менән мин дуҫмын.
64
Ер йөҙө тоғро мөхәббәтең менән тулы, йә Раббы, Ҡағиҙәләреңде өйрәт миңә!
65
Йә Раббы, биргән вәғәҙәңә тоғро ҡалып, Мин ҡолоңа күп яҡшылыҡ ҡылдың.
66
Миңә зиһен һәм белем бир, Раббы, Һинең бойороҡтарыңа ышанам.
67
Ғазапҡа тарығаныма тиклем аҙашҡанмын, Ә хәҙер Һинең һүҙеңде ныҡ тотам.
68
Һин миһырбанлы, ғәмәлең игелекле, Мине ҡағиҙәләреңә өйрәт.
69
Тәкәбберҙәр миңә яла яға, Әммә мин бөтөн булмышым менән Ҡағиҙә-ҡанундарыңды бойомға ашырам.
70
Уларҙың йөрәктәрен май бөргән, Ә мин иһә ҡануныңдан зауыҡ алам.
71
Ғазап сигеүем тик яҡшыға булды, Һинең ҡағиҙәләреңде өйрәндем.
72
Ауыҙыңдан сыҡҡан ҡанун минең өсөн Меңәрләгән алтын-көмөштән ҡиммәтерәк.
73
Һинең ҡулдарың яратҡан мине, бар ҡылған, Инде бойороҡтарыңды өйрәнергә зирәклек бир.
74
Һинән ҡурҡҡандар мине күреп ҡыуанһын, Сөнки мин Һинең һүҙеңә өмөт бағлайым.
75
Беләм, Раббы, хөкөмдәрең ғәҙел, Миңә яза биргәнеңдә Һин хаҡ инең.
76
Мин ҡолоңа биргән вәғәҙәңә күрә, Тоғро мөхәббәтең йыуанысым булһын.
77
Миңә шәфҡәтле бул һәм йәшәйем, Ҡануның Һинең – ләззәтем сығанағы.
78
Мине сәбәпһеҙ рәнйеткән өсөн Хаяһыҙҙар оятҡа ҡалһындар, Ә минең уйымда Һинең өгөт-нәсихәтең булыр.
79
Эргәмә Һинән ҡурҡҡандар, Күрһәтмәләреңде белгәндәр йыйылһын.
80
Мәсхәрәгә тороп ҡалмаҫ өсөн, Йөрәгем ҡағиҙәләреңә күрә камил булһын.
81
Ҡотҡарыуыңды көҫәп эсем өҙөлә, Әйткән һүҙеңә өмөт бағлайым.
82
Вәғәҙәңде көтә-көтә күҙ нурҙарым бөтә, Ҡасан мине тынысландырырһың?
83
Төтөндә ҡарайып, кибеп бөткән турһыҡ һымаҡ булдым, Шул хәлдә лә ҡағиҙәләреңде онотманым.
84
Мин ҡолоңа әле оҙаҡ көтөргәме? Йәберләүселәремде ҡасан хөкөм итерһең?
85
Тәкәбберҙәр миңә соҡор ҡаҙынылар, Улар Һинең ҡануныңа буйһонмайҙар.
86
Һинең бөтә бойороҡтарың – ышаныслы, Мине нахаҡҡа эҙәрләйҙәр, ярҙам ит!
87
Саҡ ҡалдылар мине ер йөҙөнән юҡ итмәйсә; Әммә нәсихәттәреңде ташламаным.
88
Тоғро мөхәббәтеңә күрә йәшәү бир миңә, Ауыҙыңдан сыҡҡан күрһәтмәләреңә тоғро ҡалайым.
89
Йә Раббы, Һинең һүҙең мәңгелек, Ул күктәрҙә һис ҡаҡшауһыҙ тора.
90
Тоғролоғоң быуындан-быуынға дауам итә; Ерҙе Һин урынлаштырҙың һәм ул ныҡ тора.
91
Һинең ҡарарҙарыңа буйһонғанға күрә, Бар нәмә хәҙергә тиклем тора, Һиңә хеҙмәт итә.
92
Әгәр ҡануның миңә ләззәт булмаһа, Күптән инде хәсрәтемдән үлер инем.
93
Ҡағиҙә-ҡанундарыңды бер ваҡытта ла онотмам, Сөнки улар менән мине йәшәтәһең.
94
Мин – Һинеке, мине ҡотҡарһана, Өгөт-нәсихәттәреңә ынтыламын.
95
Залимдар мине һәләк итер өсөн һағалай, Мин иһә күрһәтмәләрең хаҡында фекер йөрөтәм.
96
Күрҙем: һәр камиллыҡтың сиге бар, Тик ҡануның ғына икһеҙ-сикһеҙ.
97
Нисек яратам мин ҡануныңды! Көн оҙоно уның хаҡында уйлайым.
98
Бойороҡтарың дошмандарымдан аҡыллы итә, Улар мәңге минең менән.
99
Күрһәтмәләрең хаҡында фекер йөрөткәнгә, Барса остаздарымдан зирәгерәк булдым.
100
Аҡһаҡалдарҙан зиһенлерәкмен, Сөнки Һинең нәсихәттәреңә таянам.
101
Һинең һүҙҙәреңә тоғро ҡалам, Яман юлға аяғымды баҫмам.
102
Хөкөмдәреңдән айырылмам, Сөнки мине Һин Үҙең өйрәттең.
103
Ауыҙымда һүҙҙәреңдең тәме, Улар минең өсөн балдан татлы!
104
Нәсихәттәреңдән аҡыл йыям, Шуға ла һәр төрлө ялған юлды күрә алмайым.
105
Һинең һүҙең аҙымдарым өсөн сыраҡ, Юлыма нур сәскән яҡтылыҡ.
106
Ғәҙел хөкөмдәреңде һаҡларға ант иттем, Биргән һүҙемдә торормон.
107
Эй Раббым, мин күп ғазаптар сиктем, Вәғәҙәңә күрә йәнемде һаҡла.
108
Эй Раббым, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәремде Ихлас ҡорбандар һымаҡ ҡабул ит, Миңә хөкөм-ҡарарҙарыңды өйрәт.
109
Тормошом гел хәүеф аҫтында булһа ла, Һинең ҡануныңды онотмайым.
110
Залимдар миңә тоҙаҡ ҡорҙолар, Әммә нәсихәттәреңдән тайпылманым.
111
Күрһәтмәләреңде мәңгелек мираҫҡа алдым, Улар йөрәгемдең һөйөнөсө.
112
Ғүмеремдең һуңғы көндәренә саҡлы Ҡағиҙәләрең буйынса йәшәргә тип, Бар күңелемдән ынтылам.
113
Ике йөҙлө әҙәмдәрҙе күрә алмайым, Ә Һинең ҡануныңды яратам.
114
Һин – һыйыныр ышығым, ҡалҡаным, Һинең һүҙҙәреңә өмөт тотам.
115
Йыраҡ тороғоҙ минән, яуыздар, Алламдың бойороҡтарын ғәмәлгә ашырам.
116
Вәғәҙәңә күрә миңә терәк бул – йәшәрмен, Өмөтөм бушҡа сыҡмаһын, оятҡа ҡалдырма!
117
Таяныс бул миңә, ҡотолайым, Ҡағиҙәләреңде һәр ваҡыт күҙ уңында тотормон.
118
Ҡағиҙәләреңдән тайпылғандарҙы Үҙеңдән ситкә тибәһең, Уларҙың мәкер-хәйләһе тик бушҡа ғына.
119
Донъялағы яуыздарҙы сүп-сарҙай һепереп түгәһең, Шуға ла нәсихәттәреңде яратам.
120
Бөтөн тәнем ҡалтырана дәһшәтеңдән, Ныҡ ҡурҡам хөкөмдәреңдән.
121
Мин ғәҙел һәм тоғро эштәр ҡылдым, Ташлама иҙеүселәр ҡулына!
122
Ҡолоңдоң именлеген тәьмин ит, Раббы, Хаяһыҙ бәндәләр яфалай алмаһын.
123
Күҙҙәремдең нуры һүнер инде Ҡотҡарыуыңды, хаҡ һүҙеңдең ғәмәлгә ашыуын көтөп.
124
Тоғро мөхәббәтеңә күрә эш ит ҡолоң менән, Ҡағиҙәләреңде миңә өйрәт.
125
Мин һинең ҡолоңмон, бирсе зиһен, Нәсихәттәреңде аңлар өсөн.
126
Эй Раббы, сара күрер ваҡыт етте, Һинең ҡануныңды боҙҙолар.
127
Ә мин Һинең бойороҡтарыңды Алтындан, саф алтындан нығыраҡ яратам.
128
Һинең нәсихәттәреңә күрә тура барам, Һәр бер ялған юлға нәфрәтләнәм.
129
Һинең күрһәтмәләрең ғәжәйеп, Шуға күрә уларға буйһонам.
130
Һүҙҙәрең асылыуҙан нурҙар тарала, Бер ҡатлыларҙы аҡылландыра.
131
Ауыҙымды асып ауыр һулыш алам, Сөнки әмерҙәреңә сарсаным.
132
Миңә борол да мәрхәмәтеңде ҡыл, Һин бит исемеңде яратҡандарға гел шәфҡәтлеһең.
133
Биргән вәғәҙәңә күрә аҙымымды нығыт, Һис бер гонаһ миңә хужа була алмаһын.
134
Кешенең иҙеүенән йолоп ал мине, Һинең нәсихәттәреңде тотайым.
135
Йөҙөң мин ҡолоңа нурын сәсһен, Ҡағиҙәләреңде өйрәт миңә.
136
Күҙҙәремдән йылғалай йәш аға, Сөнки кешеләр буйһонмай ҡануныңа.
137
Эй Раббым, Һин – хаҡлыҡ эйәһе, Хөкөмдәрең ғәҙел Һинең.
138
Тәғәйенләгән күрһәтмәләрең дөрөҫ, Улар тулыһынса ышаныслы.
139
Дошмандарым һүҙҙәреңде онотҡанға Асыуым яндырып-өтөп бара.
140
Утҡа һалып сафландырғандай пак һүҙең, Мин ҡолоң уларҙы бик яратам.
141
Түбәнһетелһәм дә, хурланһам да, Нәсихәттәреңде онотмайым.
142
Ғәҙеллегең мәңгегә хаҡ, Ҡануның Һинең – хәҡиҡәт.
143
Бәлә-ҡазаға тарыған саҡта, Бойороҡтарыңдан мин ләззәт табам.
144
Күрһәтмәләреңдең хаҡлығы мәңгелек, Зирәклек бир миңә һәм йәшәрмен.
145
Бар булмышым менән ялбарам, яуапла, Раббы! Ҡағиҙәләреңә буйһонормон.
146
Һине саҡырамын, ҡотҡар мине, Нәсихәттәреңә тоғро ҡалайым.
147
Таң һыҙылғандан алда торам да Ярҙам ялбарып Һине саҡырам, Сөнки биргән һүҙеңә өмөт бағлайым.
148
Әйткәнеңде тәрән аңлайым тип, Таңғаса күҙемде йоҡо алмай.
149
Тоғро мөхәббәтең хаҡына ауазыма ҡолаҡ һал, Йә Раббым, ғәҙеллегең менән йәнемде һаҡла!
150
Мәкер ҡороусылар миңә яҡынлашты, Улар Һинең ҡануныңдан алыҫ тора.
151
Һин иһә, йә Раббы, янымдаһың, Бөтә бойороҡтарың – хәҡиҡәт.
152
Күптән белдем күрһәтмәләреңдән, Уларҙы мәңгелеккә биргәнһең.
153
Ғазап сиккәнемде күр, мине ҡотҡар, Мин бит Һинең ҡануныңды онотмайым.
154
Дәғүәмдә мине яҡла, ҡотҡарып ал, Вәғәҙәңә күрә, йәнемде һаҡла.
155
Яуыздар ҡотолоуҙан йыраҡ тора, Сөнки улар ҡағиҙәләреңә эйәрмәйҙәр.
156
Рәхим-шәфҡәтең киң, йә Раббым, Ғәҙеллегең менән йәнемде һаҡла!
157
Мине эҙәрләүсе дошмандар күп, Әммә мин нәсихәттәреңдән тайпылмайым.
158
Мөртәттәргә ерәнеп ҡарайым, Улар Һинең һүҙҙәреңде тотмай.
159
Ҡараһаңсы, ни тиклем яратам нәсихәттәреңде, Тоғро мөхәббәтең хаҡына һаҡла йәнемде.
160
Һинең һүҙең – хәҡиҡәттең үҙе, Һәр бер ғәҙел хөкөмөң мәңгелек.
161
Түрә-хакимдар мине бер ғәйепһеҙгә эҙәрләй, Әммә йөрәгем Һинең һүҙеңдән генә ҡалтырай.
162
Оло хазина тапҡан кешеләй, Һинең һүҙеңә ҡыуанам.
163
Нәфрәтләнәм, ерәнәм ялғандан, Һинең ҡануныңды иһә яратам.
164
Һине ғәҙел хөкөм-ҡарарҙарың өсөн Көнөнә етешәр мәртәбә данлайым.
165
Ҡануныңды яратҡандар бөйөк именлеккә эйә булыр, Һис бер нәмә уларға ҡаршылыҡ булмаҫ.
166
Раббы, ҡотҡарыуыңа өмөт бағлайым, Бойороҡтарыңды бойомға ашырам.
167
Нәсихәттәреңде күңел түремдә һаҡлайым, Уларҙы мин ифрат яратам.
168
Нәсихәт һәм күрһәтмәләреңде тотам, Йөрөр юлдарым Һинең күҙең алдыңда.
169
Ялбарыуым хозурыңа етһен, Раббы, Биргән вәғәҙәңә күрә аҡыл бир миңә!
170
Ялбарыуҙарым һиңә олғашһын, Биргән вәғәҙәң хаҡына ҡотҡар!
171
Ауыҙымдан Һиңә маҡтауым түгелһен, Һин бит миңә ҡағиҙәләреңде өйрәтәһең.
172
Телем Һинең һүҙҙәреңде һөйләр, Сөнки бөтә бойороҡтарың ғәҙел.
173
Ҡулың ярҙамға әҙер булһын, Мин нәсихәттәрең буйынса йәшәүҙе һайланым.
174
Ҡотҡарыуыңа сарсаным, Раббым, Ҡануныңдан Һинең ләззәт табам.
175
Ғүмер бир миңә, Һиңә маҡтау яуҙырайым, Ҡарар-хөкөмдәрең миңә ярҙам бирһен.
176
Юғалған һарыҡтай аҙаштым, Мине, Үҙеңдең ҡолоңдо, эҙләп тап, Сөнки бойороҡтарыңды мин онотманым.
← Chapter 117
Chapter 119 →