bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 107
Psalms 107
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йыр. Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә! Бар булмышым менән Һиңә көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын.
3
Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым!
4
Йә Раббы, халыҡтар араһында Һиңә рәхмәттәр уҡырмын; Өммәттәр араһында Һиңә маҡтау йырлармын.
5
Тоғро мөхәббәтең күктәрҙән юғары, Тоғролоғоң болоттарҙан аша.
6
Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!
7
Һөйөклөләрең ҡотолһон тиһәң, Уң ҡулың менән йолоп ал беҙҙе, Миңә яуап ҡайтар!
8
Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине: «Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен, Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен.
9
Ғилғәд – Минеке, Менашше ла Минеке; Әфраим – башыма кейгән тимер торҡам. Йәһүҙә – хакимлыҡ таяғым.
10
Моав – йыуыныр ялғашым; Эдомға ҡатамды ырғытырмын, Пелешеҫ ерендә еңеү ораным яңғырар».
11
Кем мине нығытмалы ҡалаға алып инер? Кем миңә Эдомға тиклем юл күрһәтер?
12
Эй Алла, Һин Үҙең беҙҙе ташламаныңмы ни? Ғәскәрҙәребеҙ башында яу сапмайһың.
13
Дошманды еңергә ярҙам итсе беҙгә, Кешенең ярҙамынан файҙа юҡ.
14
Алла менән ҡеүәтебеҙ артыр, Ул дошмандарыбыҙҙы тапап ташлар.
← Chapter 106
Chapter 108 →