bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Proverbs 9
Proverbs 9
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Аҡыл, ете бағанаһын йышып, үҙенә йорт һалды;
2
мал һуйҙы, тәмләткестәр ҡушып шарап әҙерләне, табын ҡорҙо.
3
Хеҙмәтсе ҡыҙҙарын ҡаланың бейек урынына ебәреп, иғлан иттерҙе:
4
«Бер ҡатлылар, миңә килегеҙ!» Аҡылһыҙҙарға ла әйтте:
5
«Килегеҙ, һыйымды ашағыҙ, әҙерләгән шараптан ауыҙ итегеҙ!
6
Томаналыҡ менән хушлашығыҙ – йәшәрһегеҙ, зиһен күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тине.
7
Мыҫҡыл итеүсене төҙәтһәң – хурланырһың, яманды шелтәләһәң – үҙеңде мәсхәрәләр.
8
Мыҫҡыл итеүсене шелтәләмә – күрә алмаҫ булыр, аҡыллыны шелтәлә – һине яратыр.
9
Аҡыллыға өгөт бирһәң – аҡылы артыр, иманлыны өйрәтһәң – ғилеме артыр.
10
Раббынан ҡурҡыу – аҡылдың башы, мөҡәддәс Алланы белеү – зирәклек!
11
Аҡыл арҡаһында көндәрең оҙайыр, ғүмер йылдарың ишәйер.
12
Аҡыллы булһаң – аҡылың үҙеңә хеҙмәт итер, кеше мәсхәрәләргә яратһаң – зарары үҙеңә булыр.
13
Ахмаҡлыҡ – ғауғасыл, аңһыҙ, наҙан ҡатын –
14
өйөнөң ишеге алдына сығып йәки ҡаланың иң ҡалҡыу ерендә ултырып,
15
үҙ юлынан китеп барғандарҙы саҡырып ҡысҡыра:
16
«Бер ҡатлылар, миңә килегеҙ!» Аҡылһыҙҙарға ла әйтте:
17
«Урлап эскән һыу татлыраҡ, йәшереп ашаған икмәк тәмлерәк!»
18
Ә янына килгән бахыр үҙен әруахтар янына саҡырғанды белмәй. Уның ҡунаҡтары – үлеләр донъяһының төпкөлөндә.
← Chapter 8
Chapter 10 →