bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Proverbs 31
Proverbs 31
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Массалар батшаһы Лемуилдың әсәһенән өйрәнгән аҡыллы һүҙҙәре.
2
Эй улым, һиңә нимә әйтәйем? Ҡарынымдың емеше булған улым, нимә һөйләйем? Эй нәҙерҙәремдең улы, һиңә нимә өйрәтәйем!
3
Ҡеүәтеңде ҡатындарға бирмә, батшаларҙы бөлгөнлөккә төшөрөүселәргә юлыңды бирмә.
4
Батшаларға, Лемуил, батшаларға түгел шарап эсеү, хакимдарға түгел хәмер эҙләп йөрөү;
5
юҡһа эсеп иҫереп, ҡанундарҙы оноторҙар, ярлыларҙы хаҡ хөкөмһөҙ ҡалдырырҙар.
6
Хәмерҙе һәләк булып барыусыға, шарапты ҡайғыға батҡанға бирегеҙ:
7
эсер ҙә ярлылығын онотор, күңел ғазаптарын иҫкә алмаҫ.
8
Теле зәғиф кеше өсөн, йәберләнгәндәр хоҡуғы өсөн;
9
ғәҙеллекте яҡлап, мохтаждарҙың, хәйерсенең хәле өсөн ауыҙ асып хәбәр һөйлә.
10
Әҙәпле ҡатын табыуҙары ҡыйын, аҫылташтан ғәйре баһаһы.
11
Ундай ҡатынға иренең йөрәге ныҡ ышана, уның менән һәр саҡ бәрәкәт ҡаҙаныр.
12
Ул иренә яманлыҡ ҡылмаҫ, ғүмере буйы яҡшылыҡ эшләр.
13
Йөн тетһә лә, етен эшкәртһә лә – ҡулы тилбер, ҡулы белдекле.
14
Сауҙа караптары һымаҡ, алыҫтан икмәк табып килтерер.
15
Таң һарыһынан йоҡонан торор, ғаиләһенә ашарға хәстәрләр, хеҙмәтсе ҡыҙҙарына эш бүлеп бирер.
16
Баҫыу хаҡында ҡайғыртып, һатып алыр, тапҡан аҡсаһына йөҙөм баҡсаһы ултыртыр.
17
Билен ҡеүәт менән быуып, ҡулының көсөн арттырыр.
18
Эшенең файҙаһын күрә, төндәрендә лә шәме һүнмәй;
19
ҡулын иләүескә һуҙа, бармағынан орсоҡ төшмәй;
20
ярлыларға игелек күрһәтер, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыр.
21
Ҡар яуһа ла хәүефләнмәҫ ҡатын, сөнки бөтә ғаиләһенең икешәр ҡат кейеме бар.
22
Үҙенә келәмдәр һуға, кейгәндәре – нәфис етен, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөндән.
23
Ире ҡала ҡапҡаһы янында яҡшы таныш, илдең аҡһаҡалдары ҡоронда ултырыр.
24
Ундай ҡатын етен кейем тегеп һата, сауҙагәрҙәргә ҡушаҡ һуғып бирә.
25
Уның өҫ кейеме – ҡеүәт һәм абруй, Ул киләсәккә ҡарап ҡыуана.
26
Ауыҙында уның – хикмәтле һүҙ, мәрхәмәт һәм нәсихәт булыр телендә.
27
Өй эштәрен гел күҙәтеп тора, ялҡаулыҡтың ни икәнен белмәй.
28
Балалары тороп уны данлай, ире маҡтап бөтә алмай:
29
«Лайыҡлы ҡатындар күп булғандыр, тик һин уларҙың барыһынан арттырҙың!»
30
Мөләйемлек – алдаҡсы, матурлыҡ – буш, ә Раббынан ҡурҡҡан ҡатын данға лайыҡ.
31
Хеҙмәтенә ҡарап хөрмәт күрһәтегеҙ уға, эштәрен ҡала ҡапҡаларында маҡтағыҙ!
← Chapter 30