bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Proverbs 28
Proverbs 28
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.
2
Илдә бола сыҡҡан саҡта, хакимдар күп, төшөнсәле һәм ғилемле хаким булһа, ил һаҡланыр.
3
Хәйерсене рәнйеткән теләнсе – ашлыҡты ағыҙған ҡойма ямғыр ише.
4
Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға.
5
Яман әҙәм ғәҙеллектең нимә икәнен белмәҫ, ә Раббыны эҙләүселәр тулыһынса аңлай.
6
Намыҫлы йәшәгән ярлы кеше нахаҡ юлда йөрөгән байҙан яҡшы.
7
Ҡанунға тоғро бала – аҡыллы булыр, аҙғындарға ҡушылған атаһын хурлыҡҡа батырыр.
8
Риба алып байыған әҙәмдең бар малы ярлыларға мәрхәмәт күрһәтеүсенең ҡулына эләгер.
9
Ҡанунға ҡолаҡ һалырға теләмәгән заттың доғаһы ла Раббы өсөн ерәнгес.
10
Намыҫлыны яман юлға этәреүсе үҙе ҡаҙған соҡорға үҙе төшөр, кәмселекһеҙ кеше мираҫҡа яҡшылыҡ алыр.
11
Бай кеше үҙенә үҙе аҡыллы булып күренер, ләкин башы булған ярлы кеше уны фашлар.
12
Тәҡүәләр еңһә, ил һөйөнә, яуыздар өҫтөн сыҡһа, кеше йәшенә.
13
Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.
14
Раббынан ҡурҡҡан бәхетле булыр, бәғерһеҙ әҙәм бәләгә тарыр.
15
Яуыз хаким ярлы халыҡҡа гүйә ырылдаған арыҫлан, үкергән айыу.
16
Хаким алйот булған һайын, һалым күп, нахаҡ байлыҡты күрә алмағандың ғүмере оҙон.
17
Кеше ҡанын ҡойған әҙәм ҡәбергәсә ҡасып йөрөһөн, тынғы белмәһен, уға һис кем ярҙам итмәһен.
18
Намыҫлы йәшәгән хәүефһеҙ ғүмер кисерер; ҡыя юлдан йөрөгән һөрөнөп ҡолар.
19
Иген иккән икмәккә туйыр, буш артынан ҡыуған хәйерселеккә ҡалыр.
20
Тоғро әҙәм күп бәрәкәт табыр, байлыҡҡа ашҡынған язаға тарыр.
21
Кешене айырып ҡарау – насар эш, бер һыныҡ икмәк тип кеше гонаһ ҡыла.
22
Ҡомһоҙҙоң ниәте – тиҙерәк байыу, артынса хәйерселек килерен уйламай ул.
23
Ялағай телең өсөн түгел, тәнҡит һүҙең өсөн аҙаҡтан рәхмәт әйтерҙәр.
24
«Гонаһ түгел», – тип ата-әсәһен талаған әҙәм юлбаҫарға бәрәбәр.
25
Ҡомһоҙ бәндә дау сығара, Раббыға иҫәп тотҡан уңыш ҡаҙана.
26
Үҙенә генә иҫәп тотҡан алйот була, аҡыл юлынан барыусылар ҡотола.
27
Хәйерсегә биргән – тарлыҡ белмәҫ, уларға күҙен йомған бәндә ләғнәт ҡаҙаныр.
28
Яуыздар артһа, кеше йәшенә, ҡырылып бөтһә, тәҡүәләр ишәйә.
← Chapter 27
Chapter 29 →