bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Proverbs 26
Proverbs 26
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йәй уртаһындағы ҡар, ураҡ өҫтөндәге ямғыр һымаҡ, шөһрәт тә ахмаҡҡа килешле түгел.
2
Турғай һәм ҡарлуғас осоп киткән һымаҡ, нахаҡ ҡарғыш та кешегә төшмәҫ.
3
Атҡа – ҡамсы, ишәккә – нуҡта, ахмаҡ арҡаһына һуйыл килешә.
4
Тилегә тилеләрсә яуап бирмә, үҙең дә шуға оҡшарһың.
5
Тилегә тилеләрсә яуап бир, үҙен аҡыллымын тип уйламаһын.
6
Ахмаҡҡа йомош ҡушып ебәргән әҙәм үҙенең аяғын ҡырҡып ташлағандай ғазап сигер.
7
Ахмаҡ ауыҙындағы хикмәтле һүҙ аҡһаҡтың сатан аяғы һымаҡ.
8
Ахмаҡҡа хөрмәт күрһәтеү – ташты һапҡыға бәйләп ҡуйыу менән бер.
9
Иҫерек ҡулындағы сәнскәкле ботаҡ нисек булһа, ахмаҡ ауыҙындағы хикмәтле һүҙ ҙә шулай.
10
Үткенсе ахмаҡты эшкә алған кеше бөтәһен дә яралаған дыуамал уҡсы менән бер.
11
Үҙ ҡоҫҡолоғона әйләнеп ҡайтҡан эт һымаҡ, ахмаҡ әҙәм дә иҫәрлеген ҡат-ҡат ҡабатлар.
12
Үҙен аҡыллыға һанаған затты күргәнең бармы? Ахмаҡ ул әҙәмдән күпкә өмөтлөрәк.
13
Ялҡау әҙәм: «Юлда арыҫлан! Урам буйлап йыртҡыс йөрөй», – тип тышҡа сыҡмаҫ.
14
Ишек – күгәнендә, ялҡау түшәгендә әйләнә.
15
Ялҡау әҙәм табаҡҡа ҡулын тығыр, тик ауыҙына еткергәнсе арыр.
16
Ялҡау үҙен сәсән телле ете кешенән дә зирәгерәк һанар.
17
Талашҡандар араһына ҡыҫылыу – урам этенең ҡолағынан тартыуға тиң.
18
Аҡылдан шашҡан әҙәм нисек утлы киҫәү ата, үлем сәсә,
19
яҡынына этлек эшләп, «Мин шаярттым ғына», – тигән кеше лә шулай булыр.
20
Утын бөтһә, усаҡта ут һүнә; ғәйбәтсе булмаған ерҙә ғауға тына.
21
Ҡыҙыулыҡ өсөн күмер, ут өсөн утын нисек булһа, Ыҙғышты ҡыҙҙырыу өсөн ғәйбәтсе шулай.
22
Ғәйбәтсенең һүҙе – тәмле тәғәм, кешенең эс-бауырына үтеп инә.
23
Теле йомшаҡ, күңеле тулы яуызлыҡ булған кеше ялтырауыҡ ялатылған балсыҡ көршәк ише.
24
Ҡара уйлы әҙәмдең теле юха, ләкин күңелендә мәкер ята.
25
Тауышының яғымлылығына ышанма, йөрәгендә ете ҡәбәхәтлек йәшеренгән.
26
Нәфрәтен хәйлә аҫтында йәшерһә лә, яуызлығы йыйын алдында асылыр.
27
Кешегә соҡор ҡаҙған – үҙе төшөр, таш тәгәрәткән – уның аҫтында ҡалыр.
28
Ялған телле үҙ ҡорбандарын яратмай, юха телленең ауыҙында һәләкәт ята.
← Chapter 25
Chapter 27 →