bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Proverbs 2
Proverbs 2
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Улым, минең һүҙҙәремде тыңлап, бойороҡтарымды күңелеңдә һаҡлаһаң,
2
аҡылға ҡолағыңды асып, йөрәгеңде төшөнмәккә йүнәлтһәң,
3
эйе, әгәр белемгә юл асып, зиһенде саҡырһаң,
4
уны көмөш эҙләгән һымаҡ, йәшерен хазина һымаҡ эҙләһәң, –
5
Раббынан ҡурҡыуҙың мәғәнәһен аңларһың, Алланы танып-белерһең.
6
Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә, белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға.
7
Раббы намыҫлыларға еңеү әҙерләй, Ул хаҡ юлдан йөрөгәндәр өсөн – ҡалҡан.
8
Ул ғәҙеллек юлын һаҡлай, тоғроларының һуҡмағын ҡурсалай.
9
Шул сағында һин тоғролоҡтоң, ғәҙеллектең, һәр төрлө игелекле юлдың мәғәнәһенә төшөнөрһөң,
10
сөнки йөрәгеңә аҡыл инеп урынлашыр, ғилем күңелеңде биләп зауыҡландырыр,
11
зирәклек һине ҡурсалар, зиһен һине һаҡлап торор.
12
Улар һине яман юлдан, әхлаҡһыҙҙың ҡотҡоһонан ҡотҡарыр.
13
Ҡараңғылыҡ юлын өҫтөн күреп, тура юлдан тайпылғандарҙан,
14
яуыз эштәренә шатланған, аҙғынлыҡтарынан тәм тапҡан,
15
юлдары кәкре булған, үҙ һуҡмаҡтарында аҙашып йөрөгәндәрҙән һаҡлап торор.
16
Зирәклек һине ят ҡатындан, татлы телле сит ҡатындан ҡотҡарыр.
17
Был ҡатын йәштән сыҡҡан ирен ташлап, Алла алдындағы антын онотҡан.
18
Уның өйө – үлемесле тоҙаҡ, йөрөгән юлы үлеләр донъяһына илтә.
19
Унда кергән кеше кире сыҡмай, йәшәү юлына бүтәнсә аяҡ баҫмай.
20
Шуға күрә һин яҡшылар юлынан бар, иманлылар һуҡмағынан тайпылма,
21
сөнки ерҙә намыҫлылар йәшәр; бында тик камилдар ғына тороп ҡалыр,
22
ә яуыздар ерҙән юҡ ителер, мәкерле бәндә төбө-тамыры менән ҡоротолор.
← Chapter 1
Chapter 3 →