bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Nahum 3
Nahum 3
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ҡулдары ҡанлы ҡалаға – ҡайғы! Ҡайҙа барма – алдаҡ унда, Үлтереш-талауҙарҙың иге-сиге юҡ.
2
Ҡамсы шыйылдай, тәгәрмәстәр гөрһөлдәй, Аттар кешнәй, яу арбалары елдерә;
3
Яйҙаҡтар аттарын ҡамсылай, Ҡылыс ялтырай, һөңгө ялтылдай. Үлтерелгәндәр бихисап, Үле кәүҙәләр тау-тау өйөлгән, Аҙым һайын мәйеткә абыналар.
4
Үтә сибәр, сихри көскә эйә булған Фәхишә Ниневенең боҙоҡлоғонан килеп сыҡты былар. Ҡәүемдәрҙе аҙғынлығы менән, Халыҡтарҙы тылсымы менән үҙенә әсир итте.
5
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, һиңә ҡаршы сығам, Итәгеңде ҡайырып асып, битеңә ҡаплайым, Халыҡтарға яланғаслығыңды, Батшалыҡтарға оятыңды күрһәтәм.
6
Өҫтөңә бысраҡ ырғытам, Һине хурлыҡҡа төшөрәм, Ғәм алдында мәсхәрәгә ҡалдырам.
7
Күргән һәр кем һинән тайшаныр: „Ниневе харабаға әйләнгән“, – тиер. Һинең өсөн бер кем дә йәш түкмәҫ, Һине йыуатыусы табылмаҫ».
8
Нил буйында урынлашҡан, Һәр тарафтан һыу уратып алған Но-Амондан ни яғың менән өҫтөнһөң? Уның ҡоймаһы ла диңгеҙ ине, Диуары ла һыу булды.
9
Куш менән Мысыр уның һанһыҙ ҡеүәте ине, Пут һәм Ливия ярҙамға ашыға торғайны.
10
Әммә ул да әсирлеккә төштө, Халҡы һөргөнгә ҡыуылды. Сабыйҙары урам саттарында киҫәктәргә тураҡланды, Аҡһөйәктәре, ҡол булып, йәрәбә аша бүленде, Вәзир-бәктәргә бығау һалынды.
11
Һин дә шул хәмерҙе эсерһең, эй Ниневе, Иҫергәнсе, иҫтән яҙғансы; Һин дә дошмандан ҡотолоу яйын эҙләрһең, Әммә тырышлығың бушҡа булыр.
12
Бөтә ҡәлғәләрең менән һин үҙең Емеше өлгөргән инжир ағасына тиңһең. Һелкетеү менән, ашарға теләгәндең Ауыҙына өҙөлөп төшәсәкһең.
13
Ғәскәрҙәреңә ҡара! Улар бисәләр һымаҡ ҡурҡаҡ. Ил ҡапҡаһы дошмандарың алдында шар асыҡ, Ут уның арҡыры биктәрен ялмай.
14
Ҡамауға әҙерлән, эсергә һыу йыйып ҡуй, Ҡәлғәләреңде нығыт, Мәтегә инеп, балсыҡ баҫ, Кирбес һуғыр өсөн ҡалып йүнәт.
15
Барыбер утта һәләк булырһың, Ҡылыс киҫкеләп тураҡлар, Саранча ҡоротҡан уңыштай юҡҡа сығырһың. Саранча шикелле, үрсе, әйҙә, Саранчаның тубы һымаҡ күбәй.
16
Сауҙагәрҙәрең күктәге йондоҙҙарҙан да күп, Әммә дошман илеңде саранча һымаҡ талап китер.
17
Түрәләрең – саранча кеүек, Хәрби етәкселәрең – саранча тубы, Һалҡында диуарға уҡмаша ла Ҡояш сығыу менән осоп китә.
18
Эй Ашшур батшаһы, Көтөүселәрең үлем йоҡоһона талған, Аҡһөйәктәрең һуҙылып ятҡан, Халҡың тауҙарға таралған, Йыйып алыр кешең ҡалмаған.
19
Яраларыңа дауа юҡ, йәрәхәтең үлемесле. Хәлеңде ишеткәндәр ҡыуанып ҡул сабыр, Сөнки һинең сикһеҙ вәхшәтеңдән Зыян күрмәгән берәйһе бармы?
← Chapter 2