bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Matthew 5
Matthew 5
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Халыҡ төркөмөн күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде.
2
Ғайса уларға аң-белем бирә башланы:
3
– Рухи яҡтан ярлылар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
4
Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки улар йыуаныс табыр.
5
Баҫалҡылар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.
6
Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.
7
Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.
8
Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер.
9
Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.
10
Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
11
Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле.
12
Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай уҡ эҙәрләнеләр.
13
Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны ҡабат нисек тоҙло итерһегеҙ? Ул инде аяҡ аҫтына сығарып ташлауҙан башҡаға ярамаҫ.
14
Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡаланы йәшереп булмай.
15
Шулай уҡ, шәмде тоҡандырғас, бер кем дә уны һауыт аҫтына ҡуймай, киреһенсә, уны шәмдәлгә ултырталар һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтәһе өсөн дә яҡтырта.
16
Һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа кешеләр алдында шулай балҡыһын, һәм шул мәлдә улар яҡшы ғәмәлдәрегеҙҙе күрер ҙә күктәге Атағыҙҙы данлар.
17
Минең хаҡта, ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында яҙылғандарҙы юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ғәмәлгә ашырырға килдем.
18
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күк менән ер юҡҡа сыҡһа ла, яҙылғандың барыһы ла ғәмәлгә ашмайынса, ҡанундың бәләкәй генә хәрефе лә, хәрефтең бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаҫ.
19
Шулай итеп, кем дә кем был бойороҡтарҙың бәләкәй генәһен дә ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр.
20
Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренең һәм фарисейҙарҙың тәҡүәлегенән артығыраҡ булмаһа, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ.
21
Ата-бабаларығыҙға: «Кеше үлтермә! Кеше үлтереүсене хөкөм көтә», – тип әйтелгәнде ишеткәнегеҙ бар.
22
Ә Мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотҡан кешене лә хөкөм көтә. Туғанына «мәғәнәһеҙ» тип әйтеүсе Юғары кәңәшмә алдында яуап тоторға, ә «ахмаҡ» тиеүсе йәһәннәм утына тарттырылырға тейеш.
23
Шуға күрә, әгәр һин Аллаға бүләккә үҙ ҡорбаныңды алып килһәң һәм ҡорбан усағы алдында туғаныңдың һиңә ҡарата ниндәйҙер дәғүәһе барлығы иҫеңә төшһә,
24
бүләгеңде шунда ҡалдыр ҙа тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп, бүләгеңде бир.
25
Дәғүәсең менән хөкөм юлында уҡ килеш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр һәм үҙеңде төрмәгә ябырҙар.
26
Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тиненә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.
27
«Зина ҡылма», – тип әйтелгәнде һеҙҙең ишеткәнегеҙ бар.
28
Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була.
29
Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.
30
Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.
31
Шулай уҡ: «Берәйһе ҡатынын айыра икән, уға айырылышыу ҡағыҙы бирһен», – тип әйтелгәйне.
32
Ә Мин һеҙгә әйтәм: әгәр ир кеше зина ҡылмаған ҡатыны менән айырылышһа, ул ҡатынын зина ҡылыуға этәрә. Айырылған ҡатынға өйләнгән кеше лә зина ҡыла.
33
Ата-бабаларға: «Ялған ант бирмә! Раббы алдында биргән антыңды үтә», – тип әйтелгәнде лә һеҙҙең ишеткәнегеҙ бар.
34
Ә Мин һеҙгә әйтәм: бөтөнләй ант итмә! Күк менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың тәхете,
35
ер менән дә ант итмә, сөнки ул – Алла аяғын терәгән баҫҡыс, Йәрүсәлим менән дә ант итмә, сөнки ул – бөйөк Батшаның ҡалаһы.
36
Башың менән дә ант итмә, сөнки сәсеңдең бер бөртөгөн генә лә үҙең ағарта йәки ҡарайта алмайһың.
37
Һеҙҙең «эйе» тигән һүҙегеҙ – «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын. Шунан артығы – Иблистән.
38
Һеҙҙең «Күҙ өсөн – күҙ, теш өсөн – теш» тигәнде ишеткәнегеҙ бар.
39
Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылған кешегә ҡаршылыҡ күрһәтмә. Әгәр кемдер уң яңағыңа һуҡһа, һул яңағыңды ла ҡуй.
40
Берәйһе һине хөкөмгә тарттырып, күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫкө кейемеңде лә бир.
41
Берәйһе һине бер ара ер үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике ара үт.
42
Һинән нимәлер һорайҙар икән, бир, бурысҡа алырға теләүсене лә буш итмә.
43
«Яҡыныңды ярат, дошманыңа нәфрәтле бул!» – тип әйтелгәнде ишеткәнегеҙ бар.
44
Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләгән кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ.
45
Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта; ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.
46
Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?
47
Әгәр һеҙ дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, бының иҫ китерлек нимәһе бар? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни?
48
Шуға күрә, күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.
← Chapter 4
Chapter 6 →