bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Matthew 17
Matthew 17
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Алты көндән һуң Ғайса, Үҙе менән Петрусты, Яҡупты һәм уның ҡустыһы Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине.
2
Шунда Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.
3
Ҡараһалар, ҡаршыларында Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшә башланы.
4
Петрус Ғайсаға: – Хакимыбыҙ, беҙҙең бында булғаныбыҙ ҡайһылай яҡшы! Әгәр теләһәң, өс сатыр ҡорам: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине.
5
Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
6
Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ергә ҡапланды, сөнки ҡоттары осҡайны.
7
Ғайса килеп уларға ҡағылды ла: – Тороғоҙ, ҡурҡмағыҙ! – тине.
8
Улар, баштарын күтәреп, Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәне.
9
Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға: – Әҙәм Улы үлеп терелгәнгә тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип бойорҙо.
10
Шәкерттәре Унан: – Ә ниңә һуң ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һораны.
11
– Ысынлап та, Ильяс килеп, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуясаҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
12
– Әммә Мин һеҙгә шуны әйтәм: Ильяс килде инде, тик уны таныманылар һәм уның менән нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар. Әҙәм Улы ла улар ҡулында күп ғазаптар сигәсәк.
13
Шунда инде шәкерттәре Ғайсаның Сумдырыусы Яхъя тураһында һөйләгәнен аңланылар.
14
Улар халыҡ төркөмө янына әйләнеп ҡайтҡас, бер кеше Ғайса алдына килеп тубыҡланды:
15
– Әфәндем, улымды ҡыҙған! Ул өйәнәк ауырыуынан яфалана. Йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташлана.
16
Мин уны шәкерттәреңә алып килгәйнем, тик улар һауыҡтыра алманы.
17
– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Малайҙы Минең яныма алып килегеҙ! – тине Ғайса.
18
Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты.
19
Шәкерттәр Ғайса менән үҙҙәре генә ҡалғас: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.
20
– Иманығыҙ аҙ булған өсөн, – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, тау күсәсәк. Һеҙҙең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә булмаҫ ине.
22
Галилеяла бергә йыйылғас, Ғайса шәкерттәренә: – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк.
23
Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине. Шәкерттәр оло ҡайғыға төштө.
24
Улар Капернаумға килеп еткәс, Алла йорто өсөн ике драхмалыҡ һалымды йыйыусылар Петрус янына килеп: – Остазығыҙ һалым түләмәйме? – тип һораны.
25
– Түләй, – тип яуап бирҙе Петрус. Петрус өйгә ингәс, беренсе булып һүҙҙе Ғайса башланы: – Шимғон, нисек уйлайһың: ерҙәге батшалар һалымды һәм яһаҡты кемдән түләтә? Үҙ улдарынанмы, әллә башҡа кешеләрҙәнме?
26
– Башҡа кешеләрҙән, – тип яуап бирҙе Петрус. – Тимәк, үҙ улдары түләүҙән азат, – тине Ғайса.
27
– Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә табырһың. Уны алып, һалым йыйыусыларға Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә бир.
← Chapter 16
Chapter 18 →