bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Mark 4
Mark 4
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләргә аң-белем бирә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо.
2
Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләрҙе аңлатты:
3
– Тыңлағыҙ, бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан.
4
Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөткән.
5
Ҡайһы береһе тупрағы аҙ булған ташлы ергә төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, орлоҡ тиҙ арала шытып сыҡҡан.
6
Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған.
7
Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, шытып килгән үҫентеләрҙе баҫып киткәнлектән, улар башаҡланмаған.
8
Ә бүтән орлоҡтар уңдырышлы ергә төшкән. Орлоҡтар шытып, үҫеп киткән һәм утыҙлата, алтмышлата, йөҙләтә күберәк уңыш биргән.
9
Ғайса былай тип өҫтәне: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
10
Үҙҙәре генә ҡалғас, Ғайсаның ун ике шәкерте менән башҡа эйәреүселәре Унан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны.
11
– Һеҙгә Алла Батшалығының сере асылған, тыштағыларға иһә ҡиссалар аша еткерелә. Шулай итеп улар: «Ҡарауын-ҡарап та, күрмәйҙәр, ишетеүен-ишетеп тә, аңламайҙар; әгәр Аллаға табан боролһалар, ярлыҡау алырҙар ине».
13
– Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламанығыҙмы ни? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң?
14
Сәсеүсе Алла һүҙен сәсә.
15
Юл буйына төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә шунда уҡ Иблис килеп, уларҙың күңелдәренә сәселгән һүҙҙе алып китә.
16
Ташлы урынға сәселгән орлоҡ шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кешеләр уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә,
17
әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, улар тиҙ үк сигенә.
18
Сәнскәк араһына сәселгән орлоҡ иһә шуны аңлата:
19
кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала, һәм ул уңыш бирмәй.
20
Ә уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне шуны аңлата: кешеләр, һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә.
21
Ғайса уларға былай тине: – Шәмде һауыт менән ҡаплар йәки һике аҫтына ҡуйыр өсөн индерәләрме ни? Шәмдәлгә ултыртып ҡуйыу өсөн түгелме?
22
Фаш ителмәҫ йәшерен бер нәмә лә һәм асылмайынса ҡалыр һис бер сер ҙә юҡ.
23
Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
24
Ғайса һүҙен дауам итте: – Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер.
25
Кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.
26
Ғайса тағы ла былай тине: – Алла Батшалығы бына нимәгә оҡшаған: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә.
27
Төндәрен йоҡлап, көндөҙөн уяу йөрөп, көн һәм төндәре уҙа, ә ул арала орлоҡ шытып сыға, үргә тартыла. Кеше бының нисек булғанын белмәй ҙә.
28
Ер үҙенән-үҙе уңыш бирә: тәүҙә һабаҡ, унан башаҡ үҫтерә, аҙаҡ башаҡ тулы орлоҡ ярала.
29
Ә инде ашлыҡ өлгөрөү менән, кеше урағын эшкә егә, сөнки иген урыр саҡ еткән була.
30
– Алла Батшалығын беҙгә нимә менән сағыштырырға һәм нисек итеп тасуирларға? – тине Ғайса. –
31
Ул гәрсис орлоғона оҡшаған. Ергә сәскән ваҡытта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ.
32
Ә инде сәскәс, шытып сыға, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә бейегерәк булып үҫә, дәү ботаҡтар ебәрә һәм уның күләгәһендә ҡоштар оя ҡора.
33
Ғайса халыҡҡа Алла һүҙен ошоға оҡшаш бик күп ҡиссалар ярҙамында, тик улар аңларлыҡ ҡына итеп һөйләне.
34
Ул кинәйәле ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе.
35
Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә: – Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине.
36
Халыҡты ҡалдырып, шәкерттәр Уның янына кәмәгә инеп ултырҙы. Башҡа кәмәләр Уға эйәрҙе.
37
Ҡапыл көслө дауыл күтәрелде, һәм тулҡындар бәрелеүҙән кәмә эсенә һыу тула башланы.
38
Ғайса иһә кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тинеләр.
39
Ул тороп елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.
40
– Ниңә улай ҡотоғоҙ осто? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса.
41
Шәкерттәр иһә, бик ныҡ ҡурҡып, бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр.
← Chapter 3
Chapter 5 →