bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Leviticus 24
Leviticus 24
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббы Мусаға былай тине:
2
– Исраил халҡына бойороҡ бир: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн, ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр.
3
Һарун майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында Килешеү һандығының пәрҙәһе тышында кистән алып иртәнсәккә тиклем һәр ваҡыт яныуын хәстәрләһен. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.
4
Пак шәмдәлдәге майшәмдәр Раббы ҡаршыһында һәр саҡ янып торорға тейеш.
5
Иң яҡшы ондан ун ике икмәк бешер. Һәр икмәккә эфаның ундан ике өлөшө күләмендә он тотонолһон.
6
Уларҙы Раббы хозурына алтышарҙан ике рәт итеп пак өҫтәлгә теҙеп һал.
7
Икмәк саҙаҡаларының өҫтөнә таҙа ладан ҡуй. Икмәктәр өҫтөндәге ладан Раббы өсөн ут ҡорбаны, икмәк урынына яндырыла торған иҫтәлек өлөшө булһын.
8
Был икмәк Исраил халҡынан, мәңгелек килешеүҙе үтәү өсөн, Раббы хозурына һәр шәмбе һайын һалынырға тейеш.
9
Ул Һарун менән улдарына булыр. Уны изге урында ашаһындар, сөнки улар Раббыға бағышланған ут ҡорбандарының изгеләрҙән-изгеһе, Һарун улдарының мәңгелек өлөшө.
10
Дан ырыуынан Диври тигән кешенең ҡыҙы Шеломиҫ Мысыр кешеһендә кейәүҙә ине. Бер көндө тупламда уларҙың улы бер Исраил ире менән ыҙғышып китте лә Раббының исемен ҡарғаны. Уны Мусаға алып килделәр
12
һәм Раббының ихтыяры билдәле булғанға тиклем һаҡ аҫтына ултырттылар.
13
Раббы Мусаға әйтте:
14
– Ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә сығар. Уны ишеткән һәр кем ҡулын был әҙәмдең башына ҡуйһын һәм бар йәмғиәт уны таш бәреп үлтерһен.
15
Исраил халҡына белдер: кем Аллаһын ҡарғай, гонаһы өсөн яза аласаҡ.
16
Раббы исемен хурлаусы мотлаҡ үлтерелһен. Килмешәкме, ерле халыҡтанмы, бөтә йәмғиәт тарафынан таш бәреп үлтерелһен.
17
Кеше үлтергән әҙәм мотлаҡ үлемгә дусар ителһен.
18
Берәй кеше икенсе берәүҙең малын үлтерә икән, килтерелгән зыян өсөн үҙенең малын бирергә тейеш: йән өсөн – йән.
19
Берәүҙе имгәткән кешенең үҙе менән дә шулай уҡ эшләргә кәрәк:
20
һөйәккә – һөйәк, күҙгә – күҙ, тешкә – теш, кешегә ниндәй зыян килтергән, үҙенә лә шулай булһын.
21
Мал үлтергән әҙәм зыянды мал биреп ҡаплар, ә кеше үлтергән өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен.
22
Килмешәккә лә, ерле халыҡҡа ла хөкөмөгөҙ бер булһын, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.
23
Муса был һүҙҙәрҙе Исраил халҡына иғлан иткәндән һуң, исраилдар Раббыны ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә алып сығып таш бәреп үлтерҙе. Шулай итеп, улар Раббының Мусаға биргән бойороғон еренә еткереп үтәне.
← Chapter 23
Chapter 25 →