bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Leviticus 12
Leviticus 12
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббы Мусаға былай тине:
2
– Исраил халҡына иғлан ит: әгәр бер ҡатын ауырға ҡалып, ир бала тапһа, ете көн буйы күрем ваҡытындағы һымаҡ нәжес һаналыр.
3
Сабый һигеҙенсе көндә сөннәткә ултыртылһын.
4
Ҡатын ҡан ағыуҙан таҙарынғансы утыҙ өс көн көтһөн, пакланыу көндәре тулғанға тиклем бер ниндәй изге әйбергә лә ҡағылмаһын, Изге сатырға бармаһын.
5
Әгәр ҙә ҡатын ҡыҙ бала тапһа, ике аҙна буйы күрем ваҡытындағы һымаҡ нәжес һаналыр. Ҡан ағыуҙан таҙарыныу өсөн алтмыш алты көн көтһөн.
6
Ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатын, пакланыу көндәре тамамланғас, тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡтың бер йәшлек тәкә бәрәсен, гонаһ ҡорбаны өсөн күгәрсен балаһы йәки алатуба алып, Осрашыу сатыры ауыҙына ҡаһинға килтерһен.
7
Ҡаһин был ҡорбандарҙы Раббы ҡаршыһында ғәмәл ҡылһын һәм ҡатынды паклаһын; ҡатын ҡаны ағыуҙан таҙарыныр. Был – ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатындар өсөн ҡағиҙә.
8
Әгәр ҙә ҡатындың һарыҡ бәрәсе ҡорбан итергә хәленән килмәһә, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алһын: береһе тотош яндырыу ҡорбанына, икенсеһе гонаһ ҡорбанына булыр. Былар менән ҡаһин ҡатынды паклар һәм ул таҙа булыр.
← Chapter 11
Chapter 13 →